Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Туризм
23 Август 2018, 19:59

Ғаилә эше асырға теләйһегеҙме?

Ғаилә бизнесы финанс тотороҡлоҡ алып киләсәк һәм киләһе быуын ҡулына күсәсәк төп ҡиммәткә әүереләсәк

Өфө ҡалаһы Эшҡыуарҙар союзы БР Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы, БР мәшғүллек үҙәктәре, БР Кәсептәр палатаһы менән бергә һәм БР Эшҡыуарҙар үҙәге ярҙамында “Ғаилә эше” проектын ғәмәлгә ашыра. Был проект ғаилә эшҡыуарлығын үҫтереүгә йүнәлтелгән һәм ул республикала бәләкәй эшҡыуарлыҡты үҫтереүҙең перспективалы алымы, шулай уҡ ғаиләлә берҙәм хеҙмәт аша ғаилә мөнәсәбәттәрен нығытыу системаһы булараҡ күҙаллана.
– Проект иҡтисади һәм социаль бурыстарҙы – эшһеҙлек һәм граждандарҙың мәшғүллеге – хәл итеү өсөн теоретик һәм ғәмәли сараларҙан ғибәрәт, – тип аңлатты әлеге проект өсөн яуаплы – Бәләбәй ҡалаһының Көньяҡ-Көнбайыш район-ара мәшғүллек үҙәге баш белгесе Татьяна Сергеева. – Проектта теләге булған һәр кем ҡатнаша ала – эшһеҙме ул әллә эш кешеһеме, пенсионермы. Ғаилә бизнесы асырға теләгәндәргә беҙгә килеп яҙылырға кәрәк. Төркөм йыйылғас та, Өфөнән беҙгә ғаилә эше нигеҙҙәренә өйрәтеү-уҡытыу өсөн преподавателдәр киләсәк. Уҡыу – бушлай.
Уҡыу дүшәмбенән кесаҙнаға тиклем 18.30-ҙан 21.30 сәғәткә ҡәҙәр барасаҡ.
Теркәлеү мәсьәләләре һәм уҡыуҙың ҡасан һәм ҡайҙа уҙасағы тураһында өҫтәмә мәғлүмәт алыу өсөн Халыҡ мәшғүллеге район-ара үҙәгенә мөрәжәғәт итергә: Бәләбәй ҡалаһы, Интернациональ урамы, 67. Телефон: 8 (34786) 3-02-37, 3-сө бүлмә.
Читайте нас