Бәләбәйҙәрҙең бер өлөшө байрамса кейенеп, ҡаланың тарихи мәсетенә ағылды. Бында байрам ғәйете, вәғәздәр уҡылды, Ҡорбан ғәйетенең мәғәнәһе аңлатылды. Артабан йыйылғандар ҡорбан салдырыу өсөн махсус эшләнгән майҙанға сыҡты. Халыҡ ярайһы күп булыуға ҡарамаҫтан, барыһы ла бик яҡшы уҙҙы. Һәр нәмәлә мәсет хакимиәтенең алдан уйлап эш итеүе күренеп торҙо: ниәт итеп килгән һәр кем күңеленә хуш килгән һарыҡты һайлап ала алды, изге эшкә үҙ теләктәре менән тотонған ир-егеттәр ҡорбанды салып, итен эшкәртеп, кешеләрҙең пакеттарына һалып ебәрҙе. Йылдың-йылы ҡорбан салып, был ғәмәлдең бөтә нескәлектәрен белеп бөткәндәр эштең айышына төшөнөргә тырышҡандарға ҡул көсө менән дә, кәңәштәре менән дә ярҙам итте.
Бәләбәйҙән Лена Сәғитдинова тәьҫораттары менән уртаҡлашты:
– Күптән ниәт итеп йөрөй инем. Ирем менән ике бала тәрбиәләп үҫтерәбеҙ. Аллаға шөкөр, ҡыҙым Гөлназ киләһе йыл Санкт-Петербург тау университетын тамамлай. Улым Тимурға 8 йәш, тап бына уның исеменән ҡорбан салдырҙыҡ. Ирем ситтә эштә, үҙебеҙ генә башҡарып сыға алырбыҙмы, тип борсолғайным. Барыһы ла ярҙам итеп, өйрәтеп торҙо, рәхмәт. Бындай изге эштән һуң күңелгә рәхәт булып ҡала, үҙеңде яҡлаулы тояһың.
Мәсхүҙә Хисаметдинова оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, уға 86 йәш, йыл һайын был изге ғәмәлдән ситтә ҡалмаҫҡа тырыша. Миңлегөл Кашапова быйыл иһә бер юлы ике һарыҡ салдыртырға ниәтләгән. “Береһе ирем исеменән булһа, икенсеһен мәрхүм атай-әсәй рухына атаныҡ. Һәр мосолман өсөн фарыз ғәмәл ул ҡорбан салыу. Йылына бер килгән изге байрамда ҡатнашмау яҙыҡ. Ил-көн тыныс, балалар, ейәндәр иҫән-һау булһын!” – ти Миңлегөл инәй.
Мәсеттә хәйер-саҙаҡа һалыусылар ҙа күп булды был көндө. Шулай уҡ ҙур итеп байрам табыны ябылғайны, теләгәндәр ҡорбан итенән ауыҙ итте, тәмлекәстәр, емештәр менән хуш еҫле сәй эсте.
Мәтәүбаш ауылында изге Ҡорбан байрамын йыл һайын көтөп алып, күңелле итеп үткәрҙе: мәктәптә ғәйет намаҙы уҡылды, күп кенә ғаиләләрҙә һый өҫтәлдәре әҙерләнде, бер Аллаһ ризалығы өсөн ҡорбандар салынды.
Аллаға шөкөр, ниһайәт, был көн етте – быйыл ул беренсе тапҡыр ауылдың Ураҙа байрамы көнөндә ишектәрен асҡан Рауза мәсетендә ҙурлап, барса ауыл халҡы менән бергә уҙғарылды. Имам-хатип Нур Йәркәев уҡыған иртәнге ғәйет намаҙына ир-аттар, ҡатын-ҡыҙҙар бик күп йыйылды. Ҡорбандар салынғас, мәсет ишек алдында ҡаҙан аҫып, ҡорбан итенән былау бешерелде, сәй ҡайнатылды. Көндөҙгө сәғәт өскә, күстәнәстәрен күтәреп, шатланып, йәше-ҡарты һыйлы байрам өҫтәленә ашыҡты.
Йыйылған мосолман ҡәрҙәштәр бер-береһенә изге теләктәр теләп, тәмле ризыҡтарҙан ауыҙ итеп, ауылдың дини белем усағы һәм тәрбиә үҙәге – мәсет барлығына һөйөнөп, күңелдәре менән тағы ла яҡынайып, артабан мәсеттең эшләп бөтөрөләһе эштәре тураһында кәңәшләшеп, һуң ғына таралышты.
Байрам сараларын әҙерләшергә Азамат Йәркәев менән бергә ҡайтҡан Өфө ҡунаҡтары мәсеткә килә алмағандарға, өй беренсә йөрөп, күстәнәс – дөгө таратты.
Хәҙер мәсеттә аҙна һайын йома намаҙҙары уҡыла.
Баймырҙа ауылында ла Ҡорбан байрамы йыл һайын билдәләнә.
– Был күркәм йола беҙҙә күптән йәшәп килә, – тип яҙа “БХ”-ның йәмәғәт хәбәрсеһе Фәриҙә Нәбиева. – Иртә таңдан мәсет имамы Тәлғәт Нәбиев ауылдаштарҙы байрам менән ҡотланы, намаҙ уҡыны. Намаҙҙан һуң ҡорбандар салынды. Байрам өҫтәле тирәләй йәше-ҡарты бергә йыйылды. Бергәләп ҡорбан итенән бешерелгән аш, былауҙан ауыҙ иттек. Бер-береңде ихтирам итергә, Аллаһҡа һыйынырға, тормошто яратырға әйҙәүсе байрам ауылдаштарҙы тағы ла нығыраҡ берләштерҙе.
Бәләбәй ҡалаһында Ҡорбан байрамына арналған саралар “Урал батыр” милли-мәҙәни үҙәгендә концерт менән тамамланды.
Тарихи мәсет имам-хатибы Илдар Ғәлиев йыйылғандарҙы байрам менән ҡотланы һәм вәғәз һөйләне, намаҙ уҡыны. Үҙешмәкәр сәнғәт оҫталары – Самира Ширина, Алина Йосопова, Суфия Шакирова, Айнур Әүбәкеров, Рәзидә Ибәтуллина, Эдуард Егоров, Нәфисә Суфыева, Альбина Сәйфетдинова, Рәйсә Никитиналарҙың сығыштарын тамашасылар яратып ҡабул итте.