Йырҙың авторы ла беҙгә яҡшы таныш – ул йырсының әсәһе, “Аҡсарлаҡ” һәм “Гәүһәр” ансамблдәре етәксеһе Рәзидә Ибәтуллина. “Һәр әсәгә балалары ғәзиз, яҡын. Һәр әсә уларға аҡ бәхет, ҡайғы-хәсрәтһеҙ ғүмер теләй. Мин дә теләктәремде, бар һөйөү-наҙымды, һағыныу хистәрен шиғыр юлдарына һалдым”, – ти Рәзидә йырҙың тексы тураһында. Эдуард иһә шиғыр юлдарын үҙе көйгә һалған. Һөҙөмтәлә күңелдәрҙе иретерлек, йөрәк ҡылдарын тибрәтерлек моңло йыр тыуған. Йырға Өфө ҡалаһында клип та төшөрөлгән. Клибы ла, йырҙың үҙе кеүек үк, мәғәнәле, һөнәри кимәлдә, бик матур эшләнгән.
Талантлы яҡташтарыбыҙҙың музыкаль бүләген йыр-моң һөйөүселәр ихлас ҡабул итеренә шик юҡ. Ысынлап та ул, халыҡ әйтмешләй, “күңелгә май булып яғыла”, уны отоп алып, йырлағы ғына килеп тора. Афарин!