Ауыл ерендә үҫкән кешене барыбер ер үҙенә тарта. Алтынсы тиҫтәһен ваҡлаған Александр Николаевич тыумышы менән Рәсәйҙең игенгә бай өлкәһе – Ырымбур яғынан. Элекке механик егерме йылға яҡын Бәләбәй ҡалаһында машиналарҙы техник хеҙмәтләндереү һәм йүнәтеү өлкәһендә эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеген уңышлы алып бара. Ә уҙған йыл улы менән бергә улар ауыл хужалығы культураларын үҫтереү һәм эшкәртеү менән шөғөлләнергә хәл итә. Шаховтар 1100 гектар ер өсөн “яуаплы”, шуның 150 гектарын ужым бойҙайы биләй, 35 га – ужым арышы, 400 га – көнбағш.
– Үҫемлекселектә тәжрибәбеҙ юҡ тиерлек, шулай ҙа яңы эшкә аҡса һалырға йөрьәт иттек, – ти Александр Шахов. – Был эшкә дүрт йыл әҙерләндек. Дон-1500, К-700, КамАЗ машинаһы һатып алдыҡ. Миҙгелде плюс менән тамамлаһаҡ, техника, шулай уҡ ҡиммәтле элиталы орлоҡ һәм минераль ашламалар һатып алыу сығымдарын ҡаплай аласаҡбыҙ, артабан нисек үҫешеү юлдарын уйлаясаҡбыҙ.
Артынан һалам теҙмәләрен ҡалдырып, комбайн баҫыу ситенә килеп туҡтаны. Кабинанан ҡояшҡа янған баһадирҙай өс ир-егет ашыҡмай ғына сыҡты. Уларҙың араһынан крәҫтиән-фермер хужалығы башлығы Денис Шаховты танып алыуы ҡыйын булманы. Көлөп кенә торған егет “хеҙмәттәштәре” менән таныштырҙы: ураҡ осоронда эш урынын алыштырған автосервис слесары Николай Леонтьев һәм 90-сы йылдарҙа Бәләбәй районының алдынғы комбайнсыларының береһе Дионисий Иванов.
– Шаховтарға ярҙам итергә үҙем теләк белдерҙем. Игенсе булып тыуалар. Комбайнда эшләп туҡтағандан һуң себергә аҡса эшләргә сығып киттем, ураҡ урыу төштәремә инә торғайны. Хәҙер пенсияламын, бындай ҡыҙыу мәлдә нисек өйҙә ятмаҡ кәрәк?! “Беренсе май” колхозында комбайнсы булып эшләгәндә, минең хаҡта хатта “Известия Башкортостана” газетаһында яҙып сыҡтылар, мәҡәлә “Тон задает Дионисий” тип аталды, – тип маҡтанып алды тынғыһыҙ ир уҙаманы.
– Аҡса өсөн түгел, ә ерҙә рәхәтләнеп эшләргә әҙер ышаныслы кешене табыу – ул ҙур уңыш, – тиҙәр аталы-уллы Шаховтар. – Өҫән-Ивановкала, игенде шунда илтәбеҙ, эшселәр ялларға итеп ҡараныҡ, тик ниәтебеҙ барып сыҡманы. Ужым арышы сәсергә кәрәк, ә тракторсы таба алмайбыҙ.
Иген менән артабан нисек эш итергә – фермерҙар был хаҡта әлегә хәл итмәгән. Улар өсөн әле иң мөһиме – үҫтерелгән уңышты, һәр аяҙ көндән файҙаланып, юғалтыуҙарһыҙ йыйып алырға.
Владимир Усаков, БР Бәләбәй муниципаль районы хакимиәте башлығының ауыл хужалығы буйынса урынбаҫары:
– Районда ураҡ барышы йәнләнә. Ауыл хужалығы предприятиеларында һәм крәҫтиән-фермер хужалыҡтарында ужым культуралары 9400 гектар майҙанда урылды. Ураҡ башынан 15900 тонна иген урылды, уңыш гектарынан уртаса 17,3 центнер тәшкил итә.
“Ыҫлаҡ”, “Агрофирма “Линда” йәмғиәттәрендә, Исмәғил Хөснөтдиновтың һәм Денис Шаховтың, Николай Петров, Руфия Ғәлиева, Валера Соловьев, Алексей Гришаниндың крәҫтиән-фермер хужалыҡтарында иген культураларын урып-йыйыу ойошҡан бара, айырым баҫыуҙарҙа гектарынан 28-30 центнер уңыш алына.
Урып-йыйыу менән бергә район аграрийҙары ерҙе туңға һөрөү, ужым культуралары сәсеү менән дә мәшғүл.
Фотола һулдан уңға: Дионисий Иванов, Александр һәм Денис Шаховтар