Мин ғүмер буйы Пионер урамынан эшкә йәйәү йөрөйөм. Иртәнге матурлыҡҡа, тырыш ҡала кешеләре үҫтергән сәскәләргә, заманса материалдар менән яңыртылған һәм яңы һалынған йорттарға һоҡланам, бихисап һынауҙар һынаһа ла, ғүмерҙең бер ни менән дә сағыштырмаҫлыҡ гүзәллеген, ҡәҙеренең тәрәнлеген тоям. Быйыл йәй ҡала урамдары юлдарының яңыртылыуына, “Парк” торлаҡ комплексының үҫеп сығыуына шатланам. Быларҙың барыһын да, әле мин һанамаған һанһыҙ яҡшылыҡтарҙы, күркәм эштәрҙе, изге ғәмәлдәрҙе тыуған ерен, тыуған ҡалаһын яратҡан яҡты күңелле ҡала кешеләре башҡара.
Туғандарым Санкт-Петербургта йәшәй. Эйе, ундағы зауыҡ, уңайлыҡтар, иҫтәлекле урындар менән Бәләбәйҙе сағыштырып булмай, әлбиттә. Уның ҡарауы, быда бигерәк бар нәмә лә тәмле, икмәк, ит, бал, һөт продукттары, Башҡортостан ерендә үҫтерелгән йәшелсә һ.б. ашап туйғыһыҙ тип маҡтай, күстәнәскә алып китә улар. Уйлап ҡараһаң, бәләкәй ҡаланың уңай яҡтары, тормоштоң яҡты яҡтары күп уның.
Йыйып ҡына әйткәндә, тыуған ҡалаңды яратмау, һәр таңда уға, тирә-йүндәгеләргә изге теләктәр теләп уянмау мөмкин түгел. Бөгөн дә бик теләп эшкә йыйындым, яҡшы кәйеф менән тыҡрыҡтан сығып киләм. Ни күрәйем: ҡаршылағы “Ҡыҙылармеец” автобус туҡталышына төндә ат башы тиклем ҡыҙыл хәрефтәр менән “Белебей х..” тип яҙып ҡуйғандар! (Ҡәләмемдең хатта ул һүҙҙе тултырып яҙғыһы килмәй). Эҫеле-һыуыҡлы булып киттем, ҡайһы ҡәбәхәтенең эше икән был?! Ниндәй уйҙар уйлап, ниндәй ҡиәфәттә, ихахайлап көлөпмө, ләззәтенә сыҙаша алмайса яҙҙымы икән ул бәндә тигәнең? Былай тип яҙыу өсөн күңелеңдә (әгәр ул булһа) ни саҡлы нәфрәт йөрөтөргә мөмкин икән? Тыуған ҡалаңды, уның кешеләрен мыҫҡыл итеү, йөҙҙәренә төкөрөү бит был, ә тағы үҙеңдең түбәнлегеңә, әхлаҡһыҙлығыңа һәйкәл ҡойоу. Бәләбәйҙе шул тиклем яратмағас, ниңә бында йәшәйһең, ниңә уның һауаһын һулайһың, һыуын эсәһең тип һорағы килә шундай әҙәм аҡтыҡтарынан. Ә һин үҙең уның сәскә атыуы өсөн нимә эшләнең тип һорау бирге килә.
Юҡ, мин беҙҙә барыһы ла ал да гөл тип әйтергә йыйынмайым, күҙгә күренгән һәм күренмәгән кәмселектәр, бюрократлыҡ, ғәҙелһеҙлектәр, әхлаҡи ҡиммәттәрҙең юғала барыуы, аҡсаға табыныу, эшһеҙлек, эскеселек, юл һәләкәттәре, енәйәтселек, ярлылар һәм байҙар... Былар әллә ҡайҙа, Ҡаф тауы артында түгел, беҙҙә лә тамыр йәйгән, үҙ эшен эшләй. Әммә барыһы ла үҙебеҙҙән, тик үҙебеҙҙән тора. Уйлан, Кешем туғаным! Тыуған ҡалаңды ихтирам ит һәм ярат!
P.S. Эштән ҡайтҡансы ул яҙыу торһа, өҫтөнән аҡ буяу менән буярға тура килә инде. Ә, бәлки, берәй битараф булмаған кеше буяп та ҡуйыр? Өмөтләнәм.
P.S. Өмөтөм аҡланманы. Санкт-Петербургтан ҡайтҡан туғаным менән, баллончик һатып алып, үҙебеҙгә буярға тура килде. Беҙҙә бындай хәл юҡ тигән уның алдында оялдым.