Туризм
24 Августа 2018, 06:26

Сабый тыуҙымы – сирена ал

Башҡортостанда бала тыуғанда ғаиләләргә бушлай янғын хәбәр иткес (извещатель) биреләсәк

Башҡортостанда бала тыуғанда ғаиләләргә бушлай янғын хәбәр иткес (извещатель) биреләсәк
– Әгәр элек хәбәр иткестәр бушлай ике категория ғаиләгә: аҙ тәьмин ителгән күп балалы ғаиләләргә, шулай уҡ балалары булған һәм социаль хәүефле хәлдәге ғаиләләргә бирелгән булһа, хәҙер бала тыуғанда был хоҡуҡтан бөтөн ғаиләләр ҙә файҙалана ала. Яңы тәртип балалары 2018 йылдың 1 ғинуарынан тыуған ғаиләләргә ҡағыла, – тип хәбәр итә республика хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте.
Янғын хәбәр иткестәр менән тәьмин итеү бары тик баланың ата-әсәһе ғаризаһы буйынса ғына башҡарыла.
Янғын хәбәр иткес алыу өсөн БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетына әлеге комитеттың рәсми сайты йәки электрон почта адресы буйынса GKCHS@bashkortostan.ru тейешле заявка ебәреү юлы менән (заявка биреүсенең бәйләнеш мәғлүмәттәрен күрһәтеп) мөрәжәғәт итергә. Артабан янғын хәбр иткес алыу өсөн үҙ ҡулың менән яҙылған ғариза, шулайуҡ бала тыуыу тураһында таныҡлыҡтың күсермәһе һәм ата-әсәнең береһенең паспортын килтереү талап ителә.
Әнисә Ғәҙелшина әҙерләне
Читайте нас