Туризм
9 Сентября 2018, 12:03

Һайлауҙа ҡатнашыу – намыҫ эше

1-се мәктәп (элекке 18-се мәктәп) бинаһында урынлашҡан 1205-се һайлау участкаһына яҡынлашыу менән музыка тауышы ишетелә. Ишек алдында көҙгө сәскәләр... Күңелле!

Бөгөн шундай матур, ҡояшлы көн.
1-се мәктәп (элекке 18-се мәктәп) бинаһында урынлашҡан 1205-се һайлау участкаһына яҡынлашыу менән музыка тауышы ишетелә. Ишек алдында көҙгө сәскәләр... Күңелле!
– Ә иртән, сәғәт һигеҙҙә һайлау участкаһы эшен башлағанда, Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы гимндары яңғыраны, музыка көнө буйы тынмаясаҡ, – ти участка һайлау комиссияһы рәйесе Гүзәл Латипова. – Һайлаусылар иртәнге яҡта күп булды, улар үҙ гражданлыҡ бурысын үтәүгә – килеп, үҙ тауышыңды биреүгә яуаплы ҡарай. Башта һайлау, унан инде картуф ҡаҙырға ла була.
Бында тәртип, бер ниндәй ығы-зығы юҡ, һиҙелеп, күренеп тора: килгән һәр кемдең уйҙары яҡты, ниәттәре яҡшы. Һәр кем күңелендә бурыс, намыҫ, ышаныс.
– Һайлаусыларға ҡарата ихтирам, иғтибар эшебеҙ үҙәгендә, – тип дауам итә һүҙен рәйес. – Ике әбей такси менән килгәндәр. Горгазда машина дежурҙа тора, бер инәйҙе шул машинала өйөнә илтеп ҡуйҙыҡ.
Ингән ерҙә фельдшер Екатерина Викторовна теләгәндәрҙең ҡан баҫымын үлсәй. Ә ундайҙар бармы, тигән һорауыма, әлбиттә, бар, тикшертәләр, тип яуап бирә ул, йылмайып.
Бәләбәй муниципаль районының почетлы гражданы Шамил Ғәлимов:
– Һайлау хоҡуғын алғандан башлап бер генә һайлауҙа ла ҡатнашмайынса ҡалғаным юҡ. Кемде һайларға икәнемде алдан уҡ белеп, ышанып киләм. Килмәгән кешеләргә аптырайым. Киләсәк үҙ ҡулыбыҙҙа, тормоштоң яҡшы булыуы үҙебеҙҙән тора, – ти.
Йәшерәк быуындан Ләлә менән Азамат Әхмәтғәлиевтәр быйыл беренсе класҡа барған ҡыҙҙарын да алып килгәндәр.
– Һайлауға килмәйенсә ҡалғаныбыҙ юҡ, балалар ҙа күреп, белеп үҫһендәр тип, ҡыҙыбыҙҙы алып килдек. Беҙ бит Рәсәй Федерацияһы граждандары, һайлауҙа ҡатнашыуҙы намыҫ эше, тип һанайбыҙ.
Педагогик хеҙмәт ветераны Наилә Коновалова:
– Ирем әле эштә, тиҙҙән ул да киләсәк. Һайлауға килмәү тураһында һүҙ ҙә булырға тейеш түгел. Мин байрамға килгән кеүек киләм. Беҙгә аһ-зар белмәйсә, шатланып йәшәргә кәрәк, тормошобоҙ шундай һәйбәт, бына ҡалала юлдарҙы яңырттылар, магазиндарҙа йәнең ни теләй, шул бар. Республикабыҙ, илебеҙ сәскә атһын, ерҙә мәңге тыныслыҡ булһын.
Зәйфә Сәлихова
#ВыбирайБашкортостан
Читайте нас