Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Туризм
9 Сентябрь 2018, 18:23

Бөтә процедуралар теүәл үтәлде

1184-се һайлау участкаһы үҙ эшен теүәл иртәнге сәғәт һигеҙҙә башланы.

1184-се һайлау участкаһы үҙ эшен теүәл иртәнге сәғәт һигеҙҙә башланы.
Уны асҡанда ҡануниәттә ҡаралған бөтөн һайлау процедуралары теүәл үтәлде. Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы гимндары яңғыраны, яуаплы кешеләр урналарҙы асты, участка һайлау комиссияһы ағзалары һайлаусыларҙың исемлектәре китаптарын алды һәм үҙ урындарына ултырҙы.
Бында хәүефһеҙлек мәсьәләләренә ҙур иғтибар бүленгән. Хоҡуҡ һаҡлау органдары дежурҙа тора. Тауыш биреү барышын партияларҙан теркәлгән кандидаттарҙың партияларынан һәм йәмәғәт берләшмәләренән күҙәтеүселәр күҙәтә.
Тауыш биреү 20 сәғәткә тиклем бара,тимәк, әлеге микрорайонда йәшәүселәрҙең барыһы ла үҙ хоҡуҡтарынан – килергә һәм тауыш бирергә – файҙалана аласаҡ.
1184-се участкала беренсе һайлаусы – хеҙмәт ветераны Надежда Ларионова.
– Мин үҙең өсөн, киләсәгең өсөн тауыш биреү – Рәсәй Федерацияһы гражданының бурысы, тип һанайым. Һуңынан кемделер нәмәлер эшләмәне тип ғәйепләмәҫ өсөн һәр кем үҙе һайларға тейеш, – тине ветеран.
Традиция буйынса, беренсе тауыш биреүсе, шулай уҡ иң йәш һәм иң өлкән йәштәге һайлаусы бүләк ала. Уны Надежда Петровна алды ла – һайлау участкаһы рәйесе Наил Латипов беренсе һайлаусыға торт бүләк итте.
Ғәлиә Ванюшина
#ВыбирайБашкортостан
Читайте нас