Бәләбәй ҡалаһының Башҡорт гимназия-интернатында һәм 17-се урта мәктәбендә урынлашҡан 1191-се һәм 1194-се һайлау участкаларында күҙ ауырыуҙары буйынса инвалидтар ҙа тауыш бирҙе. Был уҡыу йорттары тап ошондай граждандар күпләп йәшәгән районға ҡарай. Ике участкала ла улар үҙаллы тауыш бирә алһын өсөн бөтә уңайлыҡтар тыуҙырылғайны. “Брайль шрифты буйынса эшләнгән памяткалар, таблицалар әҙерләнде, лупалар ҙа бар, – тип һөйләй 1191-се һайлау участкаһы рәйесе урынбаҫары Олег Дроздов. – Волонтерҙар ҙа – улар Бәләбәй медицина һәм гуманитар-техник колледждар уҡыусылары – һәр яҡлап ярҙам күрһәтергә әҙер, улар инструктаж үтте”.
Шулай уҡ “БелАвтодеталь” йәмғиәтенән вәкилдәр ҙә булды: БГИ-ла – Людмила Әхмәдова, ә 17-се мәктәптә – Альбина Сәйфетдинова.
– Беҙҙең бурыс – насар күргән хеҙмәткәрҙәргә, хаҡлы ялдағыларға һайлау хоҡуҡтарынан үҙаллы файҙаланырға ярҙам итеү. Улар беҙҙең социаль яуаплы кешеләр, предприятие, ҡала һәм район тормошонда әүҙем ҡатнашалар. Һайлау алдынан депутатлыҡҡа кандидаттарҙың программаларын ентекләп өйрәнделәр, ҡыҙыҡһындылар, шуға бөгөн улар аныҡ һайлау менән килә, тип әйтергә була, – ти Людмила Николаевна.
I төркөм инвалидтары ирле-ҡатынлы Алевтина менән Марс Хановтар:
– Бер һайлауҙы ла ҡалдырмаҫҡа тырышабыҙ. Беҙ ситтә ҡала алмайбыҙ, беҙҙең бурыс был. Башҡаса булырға тейеш тә түгел, сөнки киләсәгебеҙҙе һайлайбыҙ, яҡшы яҡҡа үҙгәрештәр булыр, тип ышанабыҙ.
Сания Ниғмәтуллинаға 16 сентябрҙә 91 йәш туласаҡ, оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, инәй тауыш бирергә ашыҡҡан. Бик теләп лупанан файҙаланды ул.
– Күҙҙәр насар күрә хәҙер, – ти Сания инәй. – Әммә үҙ аяғымда йөрөгәндә, һайлауҙарҙы ҡалдырмаҫҡа ине. Ҡартым менән, хәҙер мәрхүм, гел ҡатнаштыҡ. Ҡарағыҙ әле, бөгөн көн ниндәй матур, музыка уйнай, гимназия территорияһында сағыу сәскәләр үҫә, балалар әллә ҡайҙан һаулыҡ һорашып тора, йәрминкә ойошторғандар, йәнең ни теләй – барыһы бар! Шатланып йәшәргә лә йәшәргә. Һуғыш ҡына сыға күрмәһен. Ғүмер буйы эшләне беҙҙең быуын. Мин һыйыр ҙа һауҙым, балалар баҡсаһында ашнаҡсы ла булдым. Йәштәр илебеҙҙә тыныс тормоштоң ни тиклем ауыр төҙөлөүен һәм уны һаҡлауҙың ни тиклем мөһим булыуын аңлаһын, яуаплылыҡтан ҡурҡмаһын ине.