– Мин “Аҡлан” микрорайонында йәшәйем, оло йәштәмен, йәйәү йөрөүе ауыр, шуға Бәләбәй ҡалаһының 17-се урта мәктәбендә урынлашҡан һайлау участкаһына машинала килдем. Үҙ ғүмеремдә бер тапҡыр ҙа бер һайлауҙы ла ҡалдырғаным булманы. Кемдер ситтән килеп йәшәйешебеҙҙе яҡшыртмаясаҡ, ил киләсәге өсөн һәр ҡайһыбыҙ яуаплы. Беҙҙең менән, беҙҙең арала йәшәгән депутаттарҙы һайлайбыҙ. Һайланғас, улар үҙ һүҙҙәрендә торһон, вәғәҙәләрен онотмаһын, ышанысыбыҙҙы аҡлаһын ине.