Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Туризм
10 Сентябрь 2018, 19:34

Бар тауышҡа туған телдә

Бәләбәй районының һәүәҫкәр артистарының үҙ талантын бөтә донъяға күрһәтергә уникаль мөмкинлеге бар.Рәсәй төбәктәрендә “Бар тауышҡа” йәштәр конкурсының һайлап алыу этабы башланды, тип хәбәр итә Рәсәй милләттәр эштәре буйынса федераль агентлыҡтың матбуғат хеҙмәте.

Һин талантлы һәм үҙеңә ышанаһыңмы? Әле йәш һәм дәрт-дарманлыһың? Сәхнәнән башҡа йәшәй алмайһың? Конкурста ҡатнаш һәм үҙеңде һынап ҡара! Башта вовесьголос.рф проекты сайтында заявка-анкета ҡалдыр һәм уға үҙ сығышыңдың видеояҙмаһын беркет. Заявкалар 25 октябргә тиклем ҡабул ителә. Проектта 13-17 йәшлек башҡарыусылар ҡатнаша.
Билдәле 10 музыкант, продюсер, ил шоу-бизнес эшмәкәрлегенән торған жюри финалистарҙы һайлап ала. Халыҡтар берҙәмлеге көнө алдынан улар күренекле артистар, йырсылар, йәмәғәт эшмәкәрҙәре менән осрашыу, вокал һәм актерлыҡ оҫталығы буйынса илдең иң яҡшы педагогтарының оҫталыҡ кластарында булыу өсөн Мәскәүгә бара.
Абруйлы фекер
Зәйфә Сәлихова, шағирә:
– Бындай конкурс ойошторолоуын хуплайым. Был милли йыр сәнғәтен, туған телдәрҙе үҫтереүгә булышлыҡ итеүсе яҡшы, ҙур сара, шулай уҡ йырсы булырға хыялланған мәктәп уҡыусыларына үҙҙәрен күрһәтеү, тыңлатыу өсөн шәп мөмкинлек.
Башҡорт халҡының ҡабатланмаҫ тауышлы Ғәли Хәмзин, Фәрит Бикбулатов, Фәриҙә Ҡудашева,татар йыр сәнғәтенең йөҙөк ҡашы булған Әлфиә Абзалова, Хәниә Фәрхи кеүек халыҡ йырсылары арабыҙҙан китеп барҙы... Бөгөн дә, киләсәктә лә уларҙың лайыҡлы дауамсылары булырға, быуындан быуынға изге мираҫ булып тапшырыла килгән халыҡ йырҙарын улар шикелле юғары оҫталыҡ менән башҡара алырҙай йәш йырсылар сәхнәгә күтәрелергә тейеш. Бының өсөн ҡабатланмаҫ, матур тауышлы йәштәрҙе бына шундай конкурстар яҙамында эҙләп табырға, уҡытырға кәрәк. Ә улар бар, беҙҙең Бәләбәй төбәгендә лә байрам концерттарында матур, үҙенсәлекле тауышлы балаларҙың йырлағанын йыш ишетергә тура килә. Улар бәйгелә ҡатнашһын, үҙҙәрен һынап ҡараһын ине.
Әнисә Ғәҙелшина әҙерләне
Читайте нас