Был көндө сауҙа рәттәре булып теҙелгән мәктәп парталары һәр төрлө һый-ниғмәттән һығылып торҙо. Өҫтәүенә һәр ҡайһыһы зауыҡ менән биҙәлгән. Ҙур-ҙур вазаларҙа сағыу сәскә гөлләмәләре, ҡабаҡтар , ҡып-ҡыҙыл помидорҙар, алһыу алмалар һәм һары-йәшел ташҡабаҡтар тулы үрелгән кәрзиндәр “Халыҡтар дуҫлығы” йәрминкәһенә айырым бер төҫ бирҙе, әйтерһең, көсөбөҙ һәм бар матурлығыбыҙ беҙҙең күп милләтле булыубыҙҙа һәм бергә йыйылғанда шулай күңелле, тип тағы бер тапҡыр иҫбатланы. Ҡабарып-уңып бешкән ҡамыр ризыҡтарының күплеге хайран ҡалдырҙы. Аҡ ҡаластарҙан “сәйлән таҡҡан” самауырҙар боҫрап ҡайнаны, лимонад- һуттар ҙа тәҡдим ителде. Ә төрлө уйынсыҡтар, мәктәп кәрәк-яраҡтары... Барыһын һанап бөткөһөҙ! Был көндө гимназия бинаһында урынлашҡан 1191-се һайлау участкаһына тауыш бирергә килгәндәрҙең береһе лә буш ҡул менән китмәгәндер!..
Һәр класс сараға ентекләп әҙерләнгән. 2 Б класы етәксеһе Эльвира Алдарова уҡыусыларҙың ата-әсәләренә рәхмәтен белдерҙе:
– Улар беҙҙең шундай маладистар! Класта ғына түгел, гимназиялағы һәр башланғысты хуплап-күтәреп алалар. Был юлы ла бешеренеп, баҡсаларынан бар уңышты тип әйтерлек һатыуға алып килгәндәр. Йыйылған аҡсаны артабан байрамдар үткәрергә тотонмаҡсыбыҙ.
“Туҡтың күҙе хикмәттә”, ти халыҡ. Йәрминкә майҙанында уҡ ойошторолған спорт уйындарында ла ҡатнашыусылар ярайһы булды. Айырыуса Калашников автоматын һүтеп-йыйырға теләгәндәр күп. Бына Илһам Лоҡманов, армия йылдарын иҫенә төшөрөргә, бер юлы ейәне Данилаға өлгө күрһәтергә хәл иткән. “Заманында Тажиҡстанда хеҙмәт иттем. Нисәмә йыл үткән, ҡулға автомат алғас юғалып ҡалдым хатта, оҙағыраҡ йыйҙым”, – ти ул. 7 А класы уҡыусыһы Нуршат Ғабдуллин да үҙенә ризаһыҙлыҡ белдереп алды:
– 32, 8 секундта йыйҙым, ә үткән уҡыу йылында 28 секунд ҡына ине. Йәйен онотолған, күрәһең.
ОБЖ уҡытыусыһы Азамат Аҙнабаев уны сәмләндереп алды: “Алда күнекмәләр мотлаҡ буласаҡ. Тырышасаҡбыҙ, тағы ла яҡшыраҡ һөҙөмтә өсөн көрәшәсәкбеҙ”.
Раил Байғужин етәкселегендә өлкән класс егеттәренең дәррәү арҡан тартышыуын күптәр ҡыҙыҡһынып күҙәтте. Көс, дәрт-дарман йыйып килгән уҡыусылар – бер команда ла еңелергә теләмәне!
Башҡорт гимназия-интернаты яңы уҡыу йылын бына шулай күңелле һәм файҙалы башланы.