АвтоВАЗ предприятиелары өсөн беркетмә изделиелар, пружиналар һ.б. төп етештереүсе “БелЗАН” йәмғиәте – дүрт бүлендек компанияны – “БелЗАН МЕТ”, “БелЗАН МК”, “БелЗАН Сервис”. Һәм “Белспринг” йәмғиәттәре – предприятиеға ҡушыу юлы менән үҙгәртеп ҡороу планлаштыра, тип хәбәр итә “Интерфакс”.
Үҙгәртеп ҡороу тураһында мәсьәлә 17 сентябрҙә акционерҙарҙың сираттан тыш йыйылышында ҡаралырға тейеш, ул ситтән тороп тауыш биреү рәүешендә уҙасаҡ. Үҙгәртеп ҡороуға ҡаршы тауыш биргән акционерҙарға ҡағыҙҙарҙың һәр ҡайһыһын 1, 24 һумға һатырға тәҡдим ителә.
“Коммерсантъ” газетаһында нәшер ителгән мәғлүмәткә ҡарағанда, йыл башына ҡарата, БелЗАН-дың устав капиталының 99, 2 процентына банкротлыҡ сигендәге “АвтоВАЗагрегат” йәмғиәте (Тольятти) эйә. Ысынында завод залог кредиторы – “PT-капитал” йәмғиәтенең “Ростех” дәүләт корпорацияһы бүлендек компанияһы тарафынан контролдә тотола.