Башҡортостан хөкүмәте “Башҡортостан Республикаһының дәүләт телдәрен һәм Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәрен һаҡлау һәм үҫтереү” дәүләт программаһын раҫланы, уны финанс менән тәьмин итеү 683, 2 млн һум тәшкил итә. Документ хоҡуҡи мәғлүмәттең рәсми сайтында урынлаштырылған.
Программа БР Мәҙәниәт министрлығында республика Башлығы Рөстәм Хәмитовтың республиканың дәүләт телдәрен һәм республика халыҡтары телдрен үҫтереү саралары тураһында 2017 йылдың 14 сентябрендәге Указында сағылған поручениеһы буйынса эшләнгән. БР Башлығының тағы бер Указы менән дәүләт телдәрен һәм республика халыҡтары телдәрен һаҡлауға һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән гранттар булдырылған.
Программаның төп бурыстары – рус, башҡорт һәм төбәктә йәшәүсе халыҡтарҙың телдәрен үҫтереүгә булышлыҡ итеү, шул иҫәптән уларҙы төрлө өлкәләрҙә ҡулланыуҙы киңәйтеү, халыҡтың тел грамоталылығы кимәлен күтәреү, йәштәр араһында туған телдәрҙе популярлаштырыу.
Әлеге бурыстарҙы фәнни-мәғариф һәм мәҙәни-ағартыу йүнәлештәрендәге саралар иҫәбенә тормошҡа ашырыу фаразлана. Өс өҫтәмә программа составында – “Рус теле”, “Башҡорт теле” һәм “Туған телдәр” – республиканың Мәғариф һәм Мәҙәниәт министрлыҡтары, БР Фәндәр академияһы, Мәғарифты үҫтереү институты ҡатнашлығында эшләнгән 50-ләп сара ҡаралған, мәғлүмәти һәм цифрлы технологияларҙы киң ҡулланыу ҡарала.
Программа 2019-2024 йылдарға иҫәпләнгән, этаптарға бүлмәйсә. Йыл һайын уны ғәмәлгә ашырыуға төбәк бюджетынан 101-ҙән 134 миллион һумға тиклем аҡса йүнәлтеләсәк. Программа саралары телдәрҙе һаҡлауға, өйрәнеүгә һәм үҫтереүгә ярҙам итергә тейеш.
Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса республика территорияһында 160-тан артыҡ халыҡ вәкиле йәшәй. Йәшәүселәрҙең яртыһынан күбеһе ике һәм күберәк телгә эйә. Башҡортостанда йәшәүселәрҙең 96, 7 проценты – рус теленә, 22,9 процент – башҡорт, 26,1 процент – татар, 1, 98-әр процент – мари һәм сыуаш, 0, 47 процент – удмурт теленә эйә.
Республиканың белем биреү ойошмаларында Рәсәй халыҡтарының 14 телен өйрәнеү һаҡланған.