Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Туризм
13 Сентябрь 2018, 19:05

Көн үҫәһен, сәғәтләп үҫә

Яңы балалар баҡсаһының стеналары нисек күтәрелеүен урамдан уҡ күрергә мөмкин...

Яңы балалар баҡсаһының стеналары нисек күтәрелеүен урамдан уҡ күрергә мөмкин...
Горохов урамында бейек ҡойма артында төҙөлөш барыуын техника тауышын ишетеп кенә шәйләргә була ине. Хәҙер инде төҙөүселәрҙең рәт-рәт итеп кирбесте кирбескә, блокты блокка һалыуҙары күренеп тора. Фасад төҙөлә, беренсе ҡат эшләнеп бөтөп килә.
– Нулевой цикл тулыһынса әҙер, тағы аҙ ғына һәм икенсе ҡатты күтәрә башлайбыҙ, – тип һөйләне “Главспецстрой” йәмғиәтенең баш инженеры Владимир Базуев. – Канализация, һыу менән тәьмин итеү, бәйләнеш селтәрҙәре үткәрелде. Йылылыҡ биреүҙең тышҡы селтәре 40 процентҡа төҙөлдө.
– Беҙ алтынсы балалар баҡсаһын һалабыҙ, – тип өҫтәй Артем Давыдов. – Көндәр аяҙ торҙо, ҡояшлы, ҡоро. Төҙөүселәр сифатҡа ныҡлы иғтибар биреп, һәйбәт ваҡыттан мөмкин тиклем файҙаланып ҡалырға тырыша. Эштәр бер ни тиклем графиктан алда бара.
Лариса Трифонова
Читайте нас