Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты (ОНФ) активистары республикала йәшәүселәрҙе экологик акцияға ҡушылырға һәм kartasvalok.ru интерактив ресурсында билдәләнгән законһыҙ сүплектәрҙе бөтөрөргә саҡыра.
– Бәләбәй районына килгәндә, “Генераль йыйыштырыу” проектын ғәмәлгә ашырғанда беҙҙә 31 сүплек асыҡланды, шуларҙың 18-ен коммуналь хеҙмәттәр юҡ итте, – тип билдәләне Башҡортостан Республикаһында ОНФ –тың “Генераль йыйыштырыу” проекты координаторы, Бәләбәй ҡалаһы ҡала биләмәһе Советы депутаты Морад Шафиҡов. – Көҙ – ул уңыш йыйыу мәле, һәм контейнер майҙандары йәнә баҡса ҡалдыҡтары менән тула. Республика властары ошоға бәйле шәхси торлаҡ хужалары өсөн ҡалдыҡ йыйыу нормаларын ҡайтанан ҡараны, был, һис шикһеҙ, сүпте сығарыу хаҡында сағыласаҡ. Ҡала кешеләре өсөн был ғәҙел булһа, баҡса ҡалдыҡтарын асылда янған тиреҫ сифатында файҙаланырға өйрәнгән ауыл халҡы өсөн бигүк дөрөҫ түгел. Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты был мәсьәләне федераль кимәлгә күтәрҙе.
Бәләбәй ҡалаһының шәхси секторында йәшәүселәр үҫемлекселек ҡалдыҡтарын баҡсаларында файҙаланыуға ҡалдырыр һәм был контейнер майҙандарын сүпкә батырыуҙан азат итер, сүп сығарыу хаҡын кәметеүгә килтерер, тип өмөтләнәм.
“Эшләйбеҙ!” экологик акцияһы – ул ҡаланы һәм ауылдарҙы сүп-сарҙан таҙартыу һәм тирә-яғыбыҙҙы йәмләү өсөн яҡшы мөмкинлек.
“Илде генераль йыйыштырыу” экология акцияһы РФ Президентының производство һәм ҡулланыу ҡалдыҡтары менән һөҙөмтәле эш итеүҙе тәьмин итеү өлкәһендә 2018 йылдың 7 майындағы “2024 йылға тиклем Рәсәй Федерацияһы үҫешенең милли маҡсаттары һәм стратегик бурыстары тураһында” 204-се Указына ярашлы уҙа һәм 2018 йылдың 1ғинуарына асыҡланған тораҡ пункттарҙа рөхсәтһеҙ сүплектәрҙе бөтөрөүгә йүнәлтелгән.
“Бәләбәй “Почет билдәһе”орденлы һөт комбинаты” йәмғиәтенең үҙәк производство лабораторияһы коллективы Башҡортостан Республикаһын Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының Бөтә донъя “Эшләйбеҙ!” таҙалыҡ көнө” экологик акцияһында ҡатнашыу саҡырыуына ҡушылып, йәнә берҙәм һәм әүҙем булыуын раҫланы.
– Лаборатория начальнигы Зәримә Вәлиеваның тәҡдиме менән беҙҙең хеҙмәткәрҙәр парктарҙы һәм ҡаланың тирә-яғын таҙартыуға бына бер нисә тапҡыр сыҡты, – тип хәбәр итте “БХ”-ға предприятиеның профсоюз комитеты рәйесе Гөлсөм Мөхәмәҙиева.