Башҡортостан Хөкүмәтендә күп балалы әсәләрҙе бүләкләү тантанаһы уҙҙы.
Республика Башлығы Рөстәм Хәмитовтың Указына ярашлы, күп балалы 45 әсәгә – мәғариф, мәҙәниәт, ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәре, һатыусылар һәм йорт хужабикәләре – юғары награда тапшырылған.
Бүләкләнгәндәр араһында Бәләбәй районынан да вәкилдәр бар. Аксаков ауыл советы ауыл биләмәһенең Надеждин ауылынан Надежда Витальевна Саттарова (6 бала, хужабикә), Наталья Васильевна Хәмидова (5 бала, хужабикә); Максим Горький ауыл советы ауыл биләмәһенең М. Горький исемендәге тоҡомсолоҡ заводының Үҙәк усадьба ауылынан Светлана Вячеславовна Шаймарҙанова (5 бала, “Флагман” йәмғиәтендә һатыусы булып эшләй) “Әсәлек даны” миҙалына лайыҡ булды.