20 сентябрь – Ғәшүрә көнө – исламда айырата хөрмәтләнә торған көн, ул мөхәррәм айының 10-сы көнөнә тура килә; сөнниҙәрҙә был көн Аллаһтың Муса пәйғәмбәрҙе һәм Бәни исраилде Фирғәүен ғәскәренән ҡотолдороуы хөрмәтенә ураҙа тотоу менән билдәләнә. Башҡорттарҙа Ғәшүрә Мөхәррәм айының унынсы көнө булараҡ билдәле. Ғәшүрә һүҙе – ғәрәпсә ун тигән һанды аңлата. Был көн айырата хөрмәтләүгә лайыҡ тип ҡабул ителгәнлеге халҡыбыҙҙа Ғәшүрә тигән исемдән дә күренә. Уны ғәҙәттә ошо көндә донъяға килгән балаларға ҡушҡандар. Был көндө зәҡәт, ғөшөр саҙаҡалары йәтимдәргә, фәҡирҙәргә, мосафирҙарға, бурыслы кешеләргә, Аллаһ юлында хеҙмәт итеүсе кешеләргә бирелә ала.
Сәхәбәләр: «Йә, Рәсүлуллаһ! Башҡа көндәргә ҡарағанда ни өсөн Ғәшүрә көнөн Аллаһы Тәғәлә шулай артыҡ итте?»- тип һораған. Рәсүлүллаһ былай тигән: "Дөрөҫ, Аллаһы Тәғәлә ерҙәрҙе үә күктәрҙе Ғәшүрә көнөндә яратты, диңгеҙ лә Ғәшүрә көнөндә яратты, Ләүхел – Мәхфузде лә, ҡәләмде лә Ғәшүрә көнөндә яратты. Әҙәмде Ғәшүрә көнөндә яратты, әсәбеҙ Һауаны Ғәшүрә көнөндә яратты. Йәннәтте яратты һәм атабыҙ Әҙәмде ожмахҡа Ғәшүрә көнөндә индерҙе”.