Туризм
19 Сентября 2018, 07:08

Яратҡан йырсыбыҙ Зинил

Йыр! Тел менән аңлатып, һүҙ менән яҙып бирә алмаҫлыҡ ниндәй сихри көс бар һиндә? Һиндә талир тәңкә сыңлауы, тальян тауышы, сазыбыҙ аһәңдәре, шишмәләр сылтырауы, урман шаулауы... Һиндә халыҡ йәне, уның шатлыҡ-ҡыуанысы, һөйөнөс-көйөнөсө, ҡайғы-хәсрәте...

Йыр-моңдары менән туған телдең, моңдоң бөтөн гүзәллеген түкмәй-сәсмәй халыҡҡа тапшырып, йылдар дауамында йыр сәнғәтенә тоғро хеҙмәт иткән яратҡан йырсыбыҙ Зинил Бикмөхәмәтов күптән түгел үҙенең күркәм юбилейын – ғүмер байрамын билдәләне.
Халҡыбыҙҙың иҫ киткес бай йыр мираҫы бар. Зинил Ғарифулла улы йәшлек йылдарынан уҡ ана шул хазинаны һаҡлау, киләсәк быуындарға тапшырыу йүнәлешендә эшләй, йырлай, шул гәүһәрҙәрҙе тамашасы күңеленә еткерергә тырыша. Тәбиғәт йырсыға ҡабатланмаҫ тауыш менән бергә йөрәк йылыһы, күңел йомартлығы, зыялылыҡ та биргән.
Ул – йәш сәхнә оҫталарына һәр яҡлап өлгө. Сәхнәлә тыйнаҡлығы, башҡарыу оҫталығына эйә булыуы һәм, әлбиттә, моңло тауышы менән һәр йырҙы ысын Йыр дәрәжәһенә күтәреп, тамашасыға илтә. Бына шуға күрә лә Бәләбәй ерлегендә уның һәр сығышын көтөп алған үҙ, яратҡан тамашасыһы бар.
Моң даръяһына сумаһың,
Зинил сығып йырлаһа.
Былбылдар тыңлай көнләшеп,
Ерҙе сихри моң баҫа.
Моңдар һабантуйында ул
Майҙан тотҡан ҡаһарман.
Йәш йырсылар ҡанат яра,
Илһам-дәрт алып унан...
Зинил йырлай башлау менән
Күңел күге аллана.
Хәтер түрендә яҡтырып,
Туҡай, Сәйҙәш йәнләнә.
Зинил Бикмөхәмәтов йыр сәнғәтендә үҙе бер ҡабатланмаҫ күренеш тиһәм, һис тә артыҡ булмаҫ. Һәр хәлдә беҙҙең яҡтарҙа. Башҡорт һәм татар халҡының алыҫ үткәнен, кисергәнен күҙаллау өсөн Зинил Бикмөхәмәтов башҡарыуында “Тәфтиләү”, “Ҡарурман” кеүек йырҙарҙы тыңлау етә. Уның йөрәк моңо аша халыҡтың әсе күҙ йәштәре лә, ҡайғы-хәсрәте, аһ-зары – барыһы ла тойомлана. Йырсының һәр ымы, һәр ишараһы, йөрәк тауышы яҡын, үҙебеҙҙеке.
Рәзидә Ибәтуллина,
“Аҡсарлаҡ” һәм “Гәүһәр” татар йыры төркөмдәре етәксеһе
P.S. Бөгөн, 19 сентябрҙә, 18.30 сәғәттә "Урал батыр" милли-мәҙәни үҙәгендә Зинил Бикмөхәмәтовтың, юбилейы уңайынан, ижад кисәһе уҙасаҡ.
Читайте нас