* Үрмәкселәр күп осраһа, көҙ йылы, ҡыш һалҡын килер.
* Япраҡтар ҡойолорға ашыҡмаһа – алда сатлама һалҡын ҡыш көтә.
* Әгәр сентябрҙә имәндә сәтләүек күп икән, Раштыуа алдынан бурандар булыр.
* Әгәр көҙөн ҡайын япраҡтары ағастың осонан һарғая башлаһа, яҙ – иртә, аҫтан һарғайһа – һуң килер.
* Сентябрҙә ҡырмыҫҡалар үлән өҫтөндә сабышһа, ҡар тәрән булып ятыр. Аҫтан йөрөһә – ҡыш оҙон булыр.
* Торналар өҫтән осһа, матур, йылы көҙ оҙаҡ торор.