Бәләбәй үҙәк район дауаханаһы тармағында 31 фельдшер-акушерлыҡ пункты эшләй.
– Бөгөнгә егерме алты фельдшер-акушерлыҡ пункты кадрҙар менән тәьмин ителгән, дүртеһендә – Казанка, Үрнәк, Кирилловка һәм Рассветта – медицина хеҙмәткәрҙәре юҡ, – тип һөйләй Бәләбәй үҙәк район дауаханаһының баш врачы Рөстәм Ишмурзин. – “Земство фельдшеры” программаһы буйынса 2016 йылда – ике фельдшер (Пятилетка, Илкә ФАП-тарына), 2017 йылда өс фельдшер (Донской, Баймырҙа, Туҙлыҡушта) эшкә ҡабул ителде.
Ауыл һаулыҡ һағын һәм тәүге медик-санитар ярҙам күрһәтеүҙе үҫтереү маҡсатында 2018 йылда БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығына модулле өс ФАП (Яңы Семенкин, Туҙлыҡуш, Малиновка) һәм Аксаков ауыл врач амбулаторияһы төҙөүгә ғариза бирелде.
Әйтергә кәрәк, 2018 йылдың июлендә Аксаков ауыл врач амбулаторияһы бинаһын төҙөүгә аҡса бүленде.
Марина Прохорова әҙерләне