Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Туризм
25 Сентябрь 2018, 16:07

Прививка киҙеүҙән һаҡлаясаҡ

Йылдың һалҡын миҙгеле ғәҙәттә төрлө сир-киҙеүҙәр алып килә. Был ваҡытта кешеләр йышыраҡ грипп менән ауырый, сөнки иммунитеттың тәбиғи көсһөҙләнеүе арҡаһында организм һалҡын тейеүгә бирешеп бара.

Киҙеүгә ҡаршы төп сара – ул вакцина. Ул тейешенсә һаҡлаһын өсөн прививканы грипп эпидемияһы башланғансы 1-2 ай алдан, йәғни сентябрь-октябрҙә эшләтергә кәрәк. Киҙеүгә ҡаршы прививка организмда уға ҡарата иммунитет барлыҡҡа килтерә йә ауырыуҙың еңелсә үтеүенә булышлыҡ итә.
Грипп вирусының үҙгәреп тороуына бәйле, прививка йыл дауамында ғына ярҙам итә! Уны йыл һайын эпидемия миҙгеле алдынан яңыртырға кәрәк!
Прививканы хроник сирле кешеләргә, хеҙмәтләндереү өлкәһендә эшләгәндәргә, балалар, медицина һәм дөйөм белем биреү учреждениелары хеҙмәткәрҙәренә, пенсионерҙарға мотлаҡ ҡаҙатырға кәрәк.
Бәләбәй үҙәк район дауаханаһының 1-се поликлиникаһында өлкәндәргә гриптан вакцина эшләтеү башланды. Теләгәндәргә эш ваҡытында – участка врачына, шәмбе дежур терапевҡа мөрәжәғәт итергә.
Киҙеүҙе иҫкәртеү маҡсатында кешеләр күпләп йыйылған урындарға барыуҙан тыйылығыҙ. Ҡулығыҙҙы һабын менән йыуығыҙ, күҙ, танау-ауыҙығыҙға ҡағылырға тырышмағыҙ. Бүлмәләрҙе йышыраҡ елләтегеҙ һәм көн һайын дезинфекция саралары менән йыуып сығығыҙ.
Ауырыһағыҙ, ни эшләргә?
Грипп ауырыуы ҡапыл башлана. Тамаҡ ауырта, йүтәлләтә, танау тона, бөтә тән, быуындар һыҙлай, өшөп-ҡалтырата, 38 градусҡа тиклем тән температураһы күтәрелә, баш сатнап ауырта. Был осраҡта кисекмәҫтән врач йә ашығыс ярҙам саҡыртырға кәрәк.
Күберәк һыу, сәй һ.б. эсегеҙ. Йүтәлләгәндә, сөскөргәндә ауыҙығыҙҙы һәм танауығыҙҙы бер тапҡыр ҡулланыла торған салфетка менән ҡаплағыҙ һәм уны шунда уҡ ташлағыҙ. Эргәгеҙҙә кешеләр булһа, битлек кейегеҙ, уны ике-өс сәғәт һайын яңыртып торорға кәрәк. Тулыһынса һауыҡҡанға тиклем өйҙән сыҡмағыҙ, үҙ-үҙегеҙҙе дауалау менән шөғөлләнмәгеҙ! Дауалауҙы врач ҡына тәғәйенләй ала.
Медицина профилактикаһы бүлексәһе
Читайте нас