Туризм
25 Сентября 2018, 11:11

Рухи байлыҡты һаҡлап...

Сентябрь аҙағында Башҡортостанда XXVIII Халыҡ-ара Аксаков байрамы уҙасаҡ. Төп майҙандар – Өфө ҡалаһы, Өфө, Бәләбәй һәм Ҡырмыҫҡалы райондары.

Ошоға бәйле Бәләбәй районы МР хакимиәтендә ойоштороу комитеты ултырышы уҙҙы, унда байрам сараларының мәҙәни программаһы ҡаралды.
– Ҡунаҡтарҙы Әлшәй һәм Бәләбәй райондары сигендә 29 сентябрҙә ҡаршылаясаҡбыҙ, байрам үҙе Надеждин ауылында Аксаков тарихи-мәҙәни үҙәгендә уҙасаҡ. Иван Сергеевич Аксаков суҡындырылған Дмитрий Солунский ҡорамында ғибәҙәт ҡылыу уҙасаҡ, Сергей Тимофеевичтың һәйкәленә сәскәләр һалынасаҡ, – тип таныштырҙы йыйылғандарҙы программа менән муниципаль райондың Социаль үҫеш идаралғы начальнигы Олег Данилин.
Был көндө Аксаковтар ғаиләһе музейында – “Аксаковтың тыуған иле” күргәҙмәһе, Үҙәк биләмә-ара китапханала – Аксаков тураһында фильмдар күрһәтелеү менән кино ҡунаҡханаһы, Үҙәк Мәҙәниәт һарайында әҙәби һәм нәфис күргәҙмәләр асыласаҡ.
XXVIII Халыҡ-ара Аксаков байрамының төп сараларының береһе – БР Мәҙәниәт министрлығы Гуманитар тикшеренеүҙәр үҙәгенең, И.С. Аксаковтың тыуыуының 195 йыллығына арнап, түңәрәк өҫтәл уҙғарыуы.
Приютта шулай уҡ әҙәби-музыкаль осрашыу үтәсәк.
Байрамды “Өмөт ҡыңғырауҙары” Аксаков кисәһе йомғаҡлаясаҡ.
Лариса Трифонова
Читайте нас