Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Туризм
25 Сентябрь 2018, 18:35

Йәшә әле, моңландырып...

“Балҡыш” вокаль ансамбле быйылғы ижад миҙгелен 19 сентябрҙә матур кисә менән башлап ебәрҙе. Төркөмдөң сәхнә оҫталары ансамблдең солисы Зинил Бикмөхәмәтовтың юбилей кисәһен уҙғарҙы.

“Балҡыш” вокаль ансамбле быйылғы ижад миҙгелен 19 сентябрҙә матур кисә менән башлап ебәрҙе. Төркөмдөң сәхнә оҫталары ансамблдең солисы Зинил Бикмөхәмәтовтың юбилей кисәһен уҙғарҙы.
“Урал батыр” милли-мәҙәни үҙәгенең тамаша залы йырсының ижадына битараф булмаған йыр-моң һөйөүселәр менән тулы ине. Яратҡан йырсыбыҙҙың “Автонормаль” заводында бергә эш башлаған коллегаһы Евгений Скоробогатовтың, шулай уҡ бала саҡ дуҫы Әмир Зариповтың сығыш яһауҙары кисәне тағы ла йәмләне. Йыр сәнғәтен һаҡлауға ҙур өлөш индергән Зинил Ғарифулла улының дуҫтары, фекерҙәштәре, сәхнәгә күтәрелеп, йылы һүҙҙәр әйтеп, юбилярға һоҡланыуҙарын, ихтирамдарын белдерҙе. Ә йырсы бай репертуарынан тамашасылар үҙ иткән йырҙарын бүләк итте.
Зинил Ғарифулла улы Бикмөхәмәтов 56 йылдан артыҡ моңло тауышы менән үҙ тамашасыларының күңелен күрә. Ейәнсәре Самира Ширинова олатаһының талантын үҙенә алып, уны дауам итә. Аҡ юл һиңә, Самира!
Гөлсинә Вәлиева,
“Урал батыр” милли-мәҙәни үҙәгенең клубтар берләшмәһе етәксеһе
Читайте нас