Бәләбәй ҡалаһының Башҡорт гимназия-интернатында Рәсәй Геройына арнап, “Беҙҙең генерал” тип исемләнгән бик матур кисә уҙған. Анатолий Александрович Романов 1948 йылдың 27 сентябрендә Бәләбәй районының Михайловка ауылында (әле Илкә ауылы) тыуған. Педагогик хеҙмәт ветераны Елена Семенова уҡыусы Толяның класс етәксеһе булған. Кисәне Елена Андреевнаның ҡыҙы – гимназия-интернат тәрбиәсеһе Зоя Бородина әсәһенең уҡыусыһы тураһында хәтирәләренә, гәзит-журналдарҙа донъя күргән мәҡәләләренә таянып ойошторған.
Йәнле сарала ҡатнашыусылар хеҙмәт һөйөүсән күп балалы Романовтарҙың ғаиләһе, Толяның бала сағынан ҡыҙыҡлы хәл-ваҡиғалар тураһында һөйләгәндәрҙе иғтибар менән тыңлаған. Уның ниндәй ерлектә ниндәй тәрбиә алып үҫеүен белгәндәр, геройҙың фотоларын ҡарағандар. Билдәле күп шәхестәрҙең, шул иҫәптән генерал Анатолий Романовтың – ябай ауыл малайының Рәсәй геройына тиклем үҫә алыуы менән һоҡланыуҙарын белдергәндәр.
Елена Семенованың хәтирәләренән бер өҙөктө айырыуса иғтибар менән тыңлағандар: “Минең һәм ирем Василий Платонович өсөн, ул физика фәненән уҡытты, Толик һәр саҡ улыбыҙ кеүек булды. Мәктәптә үк Толя ныҡ ихтыяр көсө, маҡсатлы булыуы менән айырылды. Ул үҫкәс мотлаҡ ҙур кеше буласаҡ, тип уйлай торғайным”.
Балалар кисәнән илһамланып, фәһем алып таралышҡан. Өлгө алыр геройҙар ҡайҙалыр ситтә, алыҫта түгел, ә беҙҙең арала йәшәгән һәм йәшәй! Бының өсөн бөгөндән яҡшы уҡырға, үҙеңдә шәхес тәрбиәләргә – шундай һығымта яһаған гимназистар.