Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Туризм
26 Сентябрь 2018, 17:15

Малдар паспорт “ала”

Райондың ветеринар хеҙмәткәрҙәре аттарға чип ҡуя башланы. “БХ” журналистары Ҡом-Киҫәк ауылында “Яҙ” кооперативы фермаһындағы аттарға шприц ярҙамында тире аҫтына микрочип ҡуйыуҙарын күрә алды. Чип – ул үҙенә күрә электрон паспорт, унда мал, уның хужаһы тураһында мәғлүмәт теркәлгән.

Был билдә һул яҡтан ҡалаҡ һөйәге тирәһендә ҡуйыла. Процедураға бер минутлап ваҡыт китә һәм ул ауыртыу тыуҙырмай тип әйтерлек. Малявка ҡушаматлы бейә үҙен бик тыныс тотто, ул үҙенең электрон билдәне беренселәрҙән булып алып, тарихҡа инеүен һиҙмәй ҙә ҡалды шикелле. Ҡала ветлечебницаһы начальнигы Айҙар Гәрәев сканер ярҙамында малдың идентификация номеры (ул шунда уҡ ауыл хужалығы малдарының теркәү ведомосына индерелде) экранда сағылыуын тикшерҙе. Шунда уҡ айырым графала бейәнең тыуған йылы, исеме, төҫө күрһәтелде.
– Чип – ул үҙенә күрә электрон паспорт кеүек, унда мал һәм уның хужаһы тураһында тейешле мәғлүмәт бирелә. Бөтә был мәғлүмәттәр Малдарҙы иҫәпләү һәм теркәү берҙәм милли системаһына индерелә, – тип аңлатты райондың ветеринар врачы Радик Сәбәхов. – 2018 йылда бөтөн район буйынса эре һәм ваҡ малдар, сусҡаларға биркалар, аттарға чиптар ҡуйыу эше уҙғарыла, ә киләһе йылдан эт-бесәйҙәр мотлаҡ идентификацияланырға тейеш.
Әйтергә кәрәк, биркалар һәм чиптар ҡуйыу мал хужаларына яңы һалымдар индереүҙе күҙалламай. Был эш ветеринария иҫәбе өсөн кәрәк. Һөҙөмтәлә малдар һаны, уларҙың килеп сығышы, күсеүе, ветеринар-санитар именлеге хаҡында мәғлүмәт алыу, етештереүсенән ҡулланыусыға тиклем продукцияны контролдә тотоу һәм уның ветеринар-санитар йәһәттән сифатын гарантиялау мөмкинлеген бирә.
Бәләбәй районы һәм ҡалаһы ветстанцияһы мәғлүмәттәре буйынса, райондың шәхси ярҙамсы хужалыҡтарында әлеге ваҡытта 150-ләп ат аҫрала, крәҫтиән-фермер хужалыҡтарында һәм ауыл хужалығы предприятиеларында – 1500-кә яҡын. Биркалар һәм чиптар хаҡын мал хужалары түләй.
Римма Солтанова
Читайте нас