Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Туризм
26 Сентябрь 2018, 16:50

Йәрминкәләргә рәхим итегеҙ!

БР Бәләбәй районы муниципаль районы хакимиәте тарафынан 2018 йылда ауыл хужалығы продукцияһын күпләп һатыу өсөн ял көнө йәрминкәләре үткәреү тураһында ҡарар ҡабул ителде.

БР Бәләбәй районы муниципаль районы хакимиәте тарафынан 2018 йылда ауыл хужалығы продукцияһын күпләп һатыу өсөн ял көнө йәрминкәләре үткәреү тураһында ҡарар ҡабул ителде.
Бәләбәйҙә ял көнө йәрминкәләре Үҙәк баҙар йәнәшәһендә урынлашҡан “Траст” йәмғиәте майҙанында (Войков урамы, 134) – 29 сентябрҙә; 6, 13, 20 һәм 27 октябрҙә; 3, 10, 17 һәм 24 ноябрҙә; 1, 8, 15, 22 һәм 29 декабрҙә ойоштороласаҡ.
Приют ҡасабаһында – Колхоз баҙары янында “Меркурий” предприятиеһы майҙанында – 30 сентябрҙә; 7, 14, 21 һәм 28 октябрҙә; 4, 11, 18 һәм 25 ноябрҙә; 2, 9, 16, 23 һәм 30 декабрҙә.
Ауыл хужалығы предприятиелары һәм крәҫтиән-фермер хужалыҡтары, сауҙа, эшкәртеү сәнәғәте етәкселәренә, шәхси ярҙамсы хужалыҡтары булғандарға ял көнө йәрминкәләрендә әүҙем ҡатнашырға, “Траст” һәм “Меркурий” йәмғиәттәре етәкселәренә – ауыл хужалығы продукцияһы менән сауҙа итеүселәрҙе махсус кейем, контроль-үлсәү приборҙары, ветеринар лаборатория хеҙмәттәре менән тәьмин итергә, йәрминкә майҙандарын ваҡытында йыйыштырыуҙы һәм уларҙы ҡарҙан таҙартыуҙы ойошторорға тәҡдим ителде.
Ҡарар үтәлешен контролдә тотоу хакимиәт башлығы урынбаҫары Н.К. Ғүмәровҡа йөкмәтелде.
Римма Солтанова әҙерләне
Читайте нас