Дәрестәр тамамланыу менән “халыҡ контролерҙары” Карина Никитина, Таня Наумова, Полина Верхотурова менән Степан Кучук ауыл паркына ашыҡты, унда “Металл каркаста экологик йыһаз” йәмғиәте (Нефтекама ҡалаһы) хеҙмәткәрҙәре балалар майҙансығында эштәрҙе тамамлап килә, конструкцияларҙы бетон нигеҙгә ултырта.
Баженов ауыл советы ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Хәйҙәр Әҙеһәмов етәкселегендә буласаҡ майҙан урынында алдан нигеҙ эшләгәндәр.
– Аҡса экономиялап, беҙ өҫтәмә спорт модуле алдыҡ, был малайҙарға, әлбтттә, оҡшаясаҡ, – тип һөйләне эштәр идарасыһы Евгения Воробьева. – Спорт снарядтарынан тыш, майҙанда бәүелсәктәр, карусель, таусыҡ, ҡомлоҡ, пружинала ат һәм өс эскәмйә ҡуйыласаҡ.
Балалар эштең тамамланыуын түҙемһеҙләнеп көтә.
– Беҙ паркта уйнарға яратабыҙ, – ти дүртенсе класс уҡыусыһы Степан, – хәҙер бында тағы ла ҡыҙыҡлыраҡ буласаҡ. Ҡустым менән килергә мөмкин, ул бәүелсәктә атынғансы йә ҡомлоҡта уйнағансы, беҙ малайҙар менән спорт комплексында ярыш үткәрә аласаҡбыҙ.
Өлкәндәр фекеренсә, улар ҙа эш барышын ҡыҙыҡһынып күҙәтә, майҙан балалар уйнар ғына түгел, ғаиләләрҙә берләштерер урынға әүереләсәк.