Ислам Ринат улы Ғәлиуллин Фәнүр Заһит улы Ибраһимов менән бер цехта һалҡын высадкалы автоматтар автоматсыһы булып эшләй. Маҡсатҡа ынтылыусан егет заводҡа өйрәнсек булып урынлаша һәм тиҙ арала һөнәренең бар нескәлектәренә төшөнә. Быйыл “БелЗАН” акционерҙар йәмғиәте хеҙмәткәрҙәре араһында ойошторған һөнәри оҫталыҡ конкурсында көсөн һынап та ҡараған. Һөнәрҙәре буйынса иң яҡшылар менән ярышыу йәш белгескә үҫеш өсөн яҡшы һабаҡ булған. Киләһе йылда Ислам Ринат улы конкурс еңеүселәре сафына эләгергә ниәтләй. Эше һәм коллективы уға оҡшай.
– Тырыш, яуаплы, яңы ҡорамалдар менән ҡыҙыҡһыныусан белгес, – ти уның хаҡында цех етәкселеге.
Әлеге ваҡытта егет ситтән тороп бакалавриатта уҡый, артабан –мотлаҡ магистратура.
Материалдар һәм фотолар “БелЗАН” йәмғиәтенән алынды