Туризм
28 Сентября 2018, 07:11

Икенсе ҡат “үҫә”

Өфө ҡалаһының “Главспецстрой” йәмғиәте хеҙмәткәрҙәре Горохов урамында балалар баҡсаһының икенсе ҡатын күтәрә башлаған. Юбилей объектын һалыу өсөн кирбес Дәүләкәндән һәм Туймазынан килтерелә, ә тимер-бетон изделиелар һәм тауар бетоны – Бәләбәй тимер-бетон заводынан.

– Октябрь аҙағына беҙ бинаны күтәреп бөтөргә һәм барлыҡ инженер-техник коммуникацияларҙы үткәрергә ниәтләйбеҙ. “Теплоэнерго” йәмғиәте хеҙмәткәрҙәре йылылыҡ трассаһын һуҙҙы һәм опрессовка үткәрҙе. Элемтә линияһы ла үткәрелде. Электромонтажсылар бинаның беренсе ҡатында сым һуҙа, артабан штукатурҙар эшкә керешәсәк, – тип аңлатты подряд ойошманың баш инженеры Владимир Базуев.
Биш контроль-күҙәтеү хеҙмәте вәкилдәре төҙөлөш-монтаж эштәренең сифатын етди тикшерә. Әле юбилей объекты төҙөлөшөнә 30-лап кеше йәлеп ителгән.
“Главспецстрой” йәмғиәтенең баш инженеры менән бергә беҙ буласаҡ балалар баҡсаһының беренсе ҡатын ҡарап сыҡтыҡ. Владимир Иванович мәктәпкәсә учреждение мөдире кабинетын, музыка залын, инструменттар һаҡлау бүлмәһен, аҙыҡ-түлек блогын һ.б. күрһәтте. Шулайуҡ проектта балалар коляскаларын һаҡлау өсөн урын ҡаралған. Әсәйҙәр уларҙы балалар баҡсаһы бинаһында тыныс күңел менән ҡалдыра, ә кисен алып китә ала.
Аҙ мобилле граждандарға уңайлы булһын өсөн бинаға ингән урында ла, эстә лә барыһы ла алдан уйланған. Лифт ҡуйыласаҡ участканы беҙгә күрһәттеләр.
Римма Латипова
Читайте нас