Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Туризм
28 Сентябрь 2018, 12:02

Оҙон ғүмерҙең ҡыҫҡа йылъяҙмаһы

“93 йәшемде ваҡланым инде”, – ти йылмайып Мария Букреева. Аксаков ауылының иң оло йәштәге инәйҙәренең береһе Өлкән йәштәгеләр көнөндә ҡотлауҙар ҡабул итергә әҙерләнә.

“93 йәшемде ваҡланым инде”, – ти йылмайып Мария Букреева. Аксаков ауылының иң оло йәштәге инәйҙәренең береһе Өлкән йәштәгеләр көнөндә ҡотлауҙар ҡабул итергә әҙерләнә.
Уның хәтере иҫ киткес яҡшы: даталарҙы, ваҡиғаларҙы, исемдәрҙе бер ҡыйынлыҡһыҙ иҫенә төшөрә. Балаларының, ейәндәренең һәм бүләләренең тыуған көндәрен һанай, уларҙың һәр ҡайһыһы тураһында яратып һәм ғорурланып бәйән итә.
Хеҙмәт ветераны, Аксаковтың 41-се мәктәбе уҡытыусыһы Мария Максимовна Букрееваның исеме беҙҙең район педагогтары араһында яҡшы таныш. Хаҡлы ялдағы Марья Максимовна – уны яратып шулай тип йөрөтәләр – ауылда бер сараны, бер байрамды ҡалдырмай!
– Мин төп ауылдыҡы түгел, – ти Мария Максимовна. – Ғаиләбеҙ Башҡортостандың Архангел районынан. Аксаковҡа 1953 йылда килеп төпләндек. Был йылды Аксаков урта мәктәбенә ете белгес килде. Ҙур педколлектив, 1300 уҡыусы! 5-10-сы кластарҙа уҡыттым. 1955 йылда завуч итеп тәғәйенләнеләр. Ә 1975 йылда”выслуга” буйынса хаҡлы ялға сыҡтым.
Ярты йыл мәктәптә химияны уҡытырға кеше булманы, эшкә яңынан сығырға тура килде. Икенсе ярты йыллыҡта беренсеһендә үтмәгәнде үттек. Көсәйтелгән программа буйынса эшләнек. Һуңғы тапҡыр эшкә 1990 йылда сыҡтым – ботаниканан уҡыттым һәм класс етәксеһе булдым.
2001 йылда героинябыҙ ауыр юғалтыу кисергән – ире донъя ҡуйған; үҙе ҡатмарлы осор үткәргән – авариянан һуң һаулығын тергеҙгән. Әммә, бер нигә ҡарамай, Мария Максимовна әле булһа дәрт-дарманлы, юморға бай. Аксаковтар өсөн ул – байрамдарҙа көтөп алған ҡунаҡ, хөрмәтле уҡытыусы. Һәр кем өсөн йылы һүҙен таба, хуплап ебәрә белә.
Букреевтарҙың татыу ғаиләһендә ғаилә танталары күптән күркәм йолаға әүерелгән. Ике ҡыҙы, кейәүҙәре, ейәндәре лә әсәйҙәрен, өләсәйҙәрен ныҡ ярата, унан фотолар һәм хаттар көтә.
Оҙон ғүмер һеҙгә, Мария Максимовна!
Анна Лапина
Читайте нас