Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Туризм
28 Сентябрь 2018, 18:33

“Татлы” алдау

Интернет, телефон һәм шәхсән аралашыу – мутлашыусылар таянған өс кит. Рәсми мәғлүмәттәргә ҡарағанда, Рәсәйҙә йылына 200 меңдән ашыу мутлашыу енәйәте ҡылына. Шулай, уҙған йыл хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре уртаса һәр өс минут бер мутлашыу енәйәте теркәгән. Өҫтәүенә бындай енәйәттәрҙе асыу кимәле 25 проценттан артмай. Етмәһә мутлашыусылар әленән-әле яңы алымдар уйлап таба.

Интернет, телефон һәм шәхсән аралашыу – мутлашыусылар таянған өс кит. Рәсми мәғлүмәттәргә ҡарағанда, Рәсәйҙә йылына 200 меңдән ашыу мутлашыу енәйәте ҡылына. Шулай, уҙған йыл хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре уртаса һәр өс минут бер мутлашыу енәйәте теркәгән. Өҫтәүенә бындай енәйәттәрҙе асыу кимәле 25 проценттан артмай. Етмәһә мутлашыусылар әленән-әле яңы алымдар уйлап таба.
Быйыл ете айҙа Бәләбәй муниципаль районында мутлашыу рәүешендәге 71 енәйәт теркәлгән. 2017 йылдың ошо осоронда – 69. Элеккесә, иң киң таралғандары – Авитола иғландар, ҡарттарҙы телефон аша, төрлө продукция һатыу менән алдау, шулай уҡ газ, коммуналь йә социаль хеҙмәттәр хеҙмәткәрҙәре булып килеп, уларҙың мөлкәтен һәм аҡсаһын урлау.
– Һуңғы арала оло йәштәгеләрҙе бал һатыу менән алдау осраҡтары йышайҙы, – тип һөйләй Рәсәй Эске эштәр министрлығы Бәләбәй районы буйынса бүлегенең енәйәттәрҙе асыу бүлеге оперуполномоченныйы Дмитрий Тефтерев. – Ишек шаҡыйҙар, продукт тәҡдим итәләр һәм, ҡарттар йәшереп ҡуйған урындарынан аҡса алғансы, күҙҙәренә салынған бар нәмәне һыпырып урлайҙар. Күптән түгел Приют ҡасабаһында бер ваҡиға булды. Пенсионер ҡатынға арзан хаҡҡа бал тәҡдим итәләр, һәм ул, 13 000 һум түләп, өс литрлы ун банка ала. Ә бал урынына иретелгән шәкәр булып сыға.
Алдаҡ тоҙағына бәләбәйҙәр генә эләкмәй. Салауат ҡалаһында 86 йәшлек ҡатын бар аҡсаһынан ҡолаҡ ҡаға – ул күрәҙәселәргә 250 мең һум аҡсаһын сығарып һала. Пенсионерҙы “дауалаусы һәм уның һауыҡҡан пациенты” схемаһы буйынса алдайҙар. Ҡара пакеттар менән эш итеп, күрәҙәсе уға, имеш, аҡса һалынған береһен кире ҡайтара һәм, ғәҙәттәгесә, уны өс көн үткәс кенә асырға ҡуша. Әммә, гипноздан айнығас та ҡатын, шөбһәләнеп, пакетты аса һәм унда киҫелгән ҡағыҙ киҫәктәре күрә.
Ҡатын мөрәжәғәт иткән полицейскийҙар мутлашыусыларҙың үтә хәйләкәр булыуын, банк бүлексәһендә инәй аҡса алған саҡта камераға эләкмәүҙәрен – уны ситтән генә көтөүҙәрен асыҡлай.
Ошондай уҡ мутлашыу Ишембай ҡалаһында ла була. Полицейскийҙар күрше ҡалаларҙа бер үк енәйәтселәр эш иткәнгә оҡшаған, тип фаразлай. Уларҙы эҙләйҙәр. Ләкин, юристар иҫкәртә, хатта мутлашыусыларҙы тотҡан хәлдә лә, уларҙан зыянды ҡайтартыу мөмкин түгел кимәлендә.
Ғәлиә Ванюшина
Читайте нас