2018 йылдың 1-нән 31 октябренә тиклем 60 йәштән өлкән пассажирҙар дәүләт эсендә йөрөгән «ФПК» акционерҙар йәмғиәтенең алыҫ ара поездарына купе билеттарын 50% ташлама менән һатып алала. Ташлама өҫтәмә хеҙмәттәр хаҡына ҡағылмай.
Акция 1 октябрҙә билдәләнгән Халыҡ-ара Оло йәштәгеләр көнө уңайынан иғлан ителгән.
Юл йөрөү документтарын алыҫ ара кассаларында, «Рәсәй тимер юлдары» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең рәсми сайтында һәм «Рәсәй тимер юлдары Пассажирҙарға» мобиль ҡушымтаһы ярҙамында алырға мөмкин. Документты Интернет аша алған осраҡта, паспорт мәғлүмәттәрен һәм тыуған көндө яҙғандан һуң автоматик рәүештә ташлама яһала.
Тулыраҡ мәғлүмәт менән алыҫ ара кассаларында һәм «Рәсәй тимер юлдары» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең рәсми сайтында «Пассажирҙарға – «Акциялар (махсус тарифтар)» бүлегендә лә танышырға мөмкин.