Уны Бәләбәйҙә Көньяҡ-Көнбайыш район-ара халыҡты эш менән тәьмин итеү дәүләт учреждениеһы ойошторҙо. Был сараға “Бәләбәй ”Автонормаль” заводы” йәмғиәте һәм “Бәләбәй ”Автокомплект” йәмғиәте эш биреүселәре саҡырылды. Улар тарафынан 29 эш урыны тәҡдим ителде. Һөҙөмтәлә 27 граждан менән һөйләшеү-әңгәмә булды, уларҙың күбеһе эшкә урынлашыуға саҡырыу алды. Йәрминкәгә 75-ләп кеше килде.