“БХ” гәзит уҡыусыларҙы юбилей объекты – Бәләбәй ҡалаһының Горохов урамында 150 урынға иҫәпләнгән балалар баҡсаһының нисек төҙөлөүе менән таныштырыуҙы дауам итә.
– Бинаның беренсе ҡатында электромонтаж эштәре тамамланып килә. Артабан бинаның эсендә эштәр башланасаҡ, – тип хәбәр итте Өфө ҡалаһы “Главспецстрой” йәмғиәтенең төҙөлөш участкаһы начальнигы Артем Давыдов. – Беҙҙең ташсылар икенсе ҡат һалыу менән мәшғүл.
Подряд ойошмаһына йөк күтәреү техникаһын Бәләбәй механикалаштырылған эштәр идаралығы биргән. Идаралыҡ начальнигы Айрат Яппаровтың һүҙҙәренә ҡарағанда, РДК машинисы Константин Яковлев Приютта йәшәй, әммә көн һайын, хатта ял көндәрендә, төҙөлөш материалдары бушатыу өсөн килә. Автокран менән УМР хеҙмәткәре Хәбир Мөхәмәтшин идара итә.
Ә подвалда эш ҡайнай – бында йылылыҡ ҡорамалдары ҡуйыла. Буласаҡ балалар баҡсаһын йылылыҡ менән тәьмин итеү өсөн “Теплоэнерго” йәмғиәте яуаплы.