Оҙон көй башҡарыуҙы тергеҙеү һәм үҫтереү, һәләтле халыҡ башҡарыусыларын асыҡлау, урындағы башҡорт йыр фольклорын тергеҙеү маҡсатында уҙғарылыусы сара 9-11 ноябрҙә Туймазыла үтә. Конкурсты Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министры, Республика халыҡ ижады үҙәге һәм Туймазы районы хакимиәте ойоштора.
Конкурста махсус вокаль белеме булмаған теләгән һәр кем ҡатнаша ала. Ижади бәйгелә ҡатнашыусылар өсөн йәш сикләүе лә юҡ. Конкурс 16 йәшкә тиклемгеләр, 16-60 йәшлектәр һәм 60 йәштән өлкәндәр араһында ике турҙа уҙғарыла.
16 йәшкәсә ҡатнашыусылар ике турҙа ла үҙҙәре һайлаған йырҙы башҡара.Ҡалған конкурсанттар мотлаҡ башҡарылырға тейеш йырҙар: «Урал», «Буранбай», «Ашҡаҙар», «Сибай». Ҡатнашыусының теләге буйынса йыр башҡорт халыҡ йыр классикаһы әҫәре йәки башҡарыусының тыуған төйәгендәге башҡорт йыр фольклоры өлгөһө булыуы мөмкин.
«Оҙон көй» төбәк-ара башҡорт халыҡ йыр конкурсына ғаризалар 2018 йылдың 1 ноябренә тиклем ҡабул ителә. Электрон адрес: gukrcnt@mail.ru. Тулыраҡ мәғлүмәт өсөн телефондар: 8(347)289-65-50, 8(34782)7-34-28, 7-24-51.