Бөйөк Ватан һуғышы инвалиды һәм хеҙмәт ветераны Хабрахман Ғаббасов үҙенең бер быуатлыҡ юбилейын билдәләне
Йөҙ йәш – алтын йәш ул. Әлеге данлы юбилейға тиклем етә алған кешеләр ихтирамға ғына түгел, ысын һоҡланыуға лайыҡ. Шик юҡ, был дата айырым иғтибарға лайыҡ, нәҡ шуның өсөн уны туғандары һәм яҡындары ғына түгел, ә бәлки, ҡала власы һәм урындағы үҙидара вәкилдәре лә билдәләйҙәр.
Олуғ юбиляр Хабрахман Абдрахман улын ҡотларға Бәләбәй муниципаль районынының Бәләбәй ҡала биләмәһе хакимиәте башлығы Сәлим Ғөбәев, Бәләбәй ҡала биләмәһе советы депутаты Ольга Ивлева, Башҡортостан һуғыш, хеҙмәт, Ҡораллы көстәр һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары ветерандары (пенсионерҙары) республика йәмәғәт ойошмаһының Бәләбәй ҡала һәм район ветерандары ойошмаһы советы рәйесе Зирәк Шәмсетдинов, Бәләбәй ҡала биләмәһе хакимиәтенең эштәр идарасыһы Ирина Машнина, “Ғаилә” район-ара үҙәге бүлексәһе мөдире Альбина Таһирова килделәр.
Бәләбәй районының оҙон ғүмерле кешеһе Х.А. Ғаббасовҡа РФ президенты Владимир Путиндан ҡотлау открыткаһы һәм Бәләбәй МР хакимиәте башлығы Азат Сәхәбиевтән бүләк тапшырҙылар. Ҡунаҡтар ветеран адресына йылы һүҙҙәр әйтте һәм уға именлек, яҡындарының хәстәрлеген теләне.
Тулы ҡанлы оҙон тормош юлы үтеп, ул бик күп шатлыҡтар татыу, ҡыҙыҡлы хәл-ваҡиғалар менән бергә юғалтыуҙар, күңел ҡайтыуҙар ҙа кисергән.
Хабрахман Ғаббасовтың йәшлеге яу ҡырында үткән – ул тыуған ерҙе дошмандарҙан яҡлаған. 1939 йылда Ҡыҙыл армия сафтарына саҡырылған, 150-се уҡсылар полкы составында илебеҙҙең Алыҫ Көнсығыш сиктәрен һаҡлаған. Йыл ярым хеҙмәт иткәндән һуң һуғыш башлана. Йәш һуғышсыны фронтҡа оҙаталар. 122-се Ҡыҙыл байраҡлы Алыҫ Көнсығыш айырым уҡсылар полкы составында Мәскәү янында һуғыша. Можайск, Великие Луки, Ржев, Украина, Белоруссияны азат итеүҙә ҡатнаша. Госпиталдәрҙә дауалана һәм ҡабат фронтҡа әйләнеп ҡайта.
Совет ғәскәрҙәренең фашистик Германияны еңеүе тураһында Хабрахман Абдрахман улы Румыния ерендә белә. “Батырлыҡ өсөн”, “Хәрби ҡаҙаныштары өсөн” миҙалдары, I дәрәжә Ватан һуғышы ордены менән бүләкләнә. Һалдат өйөнә 1946 йылда ғына ҡайта һәм тыуған ауылында ҡала. Икмәк үҫтереү, колхозды аяҡҡа баҫтырыу өсөн ир-аттар кәрәк була. Башҡортостанда нефть табыу башланғас, нефть ятҡылыҡтары эҙләү эшенә килә һәм хаҡлы ялға сыҡҡансы ошо өлкәлә хеҙмәт ҡуя. Беҙҙең төбәк нефтсенең икенсе тыуған еренә әйләнә. Бөгөн Хабрахман Абдрахман улы Бәләбәйҙә балалары, ейәндәре тәрбиәһендә йәшәй.