“Ғаилә беҙ кемдәрҙе яратабыҙ, өлгө алабыҙ, хәстәрлек күрәбеҙ, изгелек теләйбеҙ, шуларҙы берләштерә. Нәҡ бына ғаиләлә беҙ яратырға, яуаплылыҡҡа, хәстәрлеккә һәм ихтирам итеүгә өйрәнәбеҙ. Һәр беребеҙ өсөн тормошта был иң мөһиме”, – тип уртаҡлашты сарала ҡатнашыусылар, ғаилә ҡиммәттәре тураһында һүҙ алып барып.
Ҡунаҡтар ғаилә тураһында йырҙар йырланы, “йорт төҙөнө” һәм бала саҡтарын, яратҡан уйынсыҡтарын, көлкөлө ҡушаматтарын иҫкә төшөрҙө, ә унан вальс әйләнде...