15-се мәктәптең башланғыс кластар уҡытыусыһы А.Я. Әхмәҙуллина – тап шундайҙарҙан. Бәләкәй саҡта, дуҫ ҡыҙҙары ҡурсаҡлы уйнаған саҡта, ул уҡытыусы булып уйнай. Ә ваҡыт еткәс, башланғыс кластар уҡытыусыһы һөнәрен һайлай, балаларға белем биреү өсөн генә түгел, үҙе белгәндәрен өйрәтер өсөн дә. Уның кеүектәр хаҡында: “Хоҙайҙан уҡытыусы”, – тиҙәр.
Беҙҙең мәктәпкә Алһыу Ярулла ҡыҙы 1982 йылда килде һәм, балаларҙың, ата-әсәләр, хеҙмәттәштәренең лайыҡлы ихтирамынан файҙаланып, 36 йыл эшләй. Был ваҡыт арауығында ул йәш уҡытыусыларға изге күңелле остазға, педагог-мастерға әйләнде. Фәндәрҙе тәрән белеүе, эше менән мауығыуы яғынан айырылып тора. А. Я. Әхмәҙуллина балаларҙа эшһөйәрлек, уяулыҡ, тәбиғәткә, тыуған төбәккә ҡарата һаҡсыл мөнәсәбәт тәрбиәләй.
Педагог тәрбиә эшенә ҙур иғтибар бирә. Һәр уҡыусының үҙенсәлектәрен күрә, белә, ата-әсәләр менән тығыҙ бәйләнештә эшләй, тәрбиә мәсьәләләре буйынса уларға аҡыллы кәңәштәр бирә.
Намыҫлы һәм ифрат яуаплы, дәрестәрендә уҡытыуҙың алдынғы алымдарын ҡуллана. Педагог төрлө эш ысулдарын ғәйәт оҫта итеп сиратлаштыра, шуға күрә дәрес буйы уҡыусыларҙың ҡыҙыҡһыныуы һүрелмәй.
Ярҙамсыл, ғәмле кеше булараҡ, ул бер ваҡытта ла ярҙам күрһәтеүҙән баш тартмай. Алһыу Ярулла ҡыҙы – ижади кеше, яратыусы әсәй һәм өләсәй. Ҡунаҡсыл йортоноң асыҡ йөҙлө хужабикәһе.
Балаһы Алһыу Ярулла ҡыҙы класында уҡыған ата-әсәләр беҙ уңдыҡ, тип иҫәпләй: тимәк, ул аҡыллы, кешелекле булып үҫәсәк.
15-се мәктәптең тәрбиә эше буйынса директор урынбаҫары