Фермерҙың картуф баҫыуы ҡаланан алты саҡрым ситтә, ҡасандыр Письмянка ауылы булған матур ерҙә урынлашҡан. Ағалы-ҡустылы Павел менән Евгений Салейкиндар картуф һәм башҡа йәшелсәләр үҫтереү өсөн тап ошо ерҙе осраҡлы ғына һайламаған – был ауылда уларҙың эшһөйәр ата-әсәһе йәшәгән. Фермерҙар буш ятҡан ерҙәрҙе эшкәртеп, артабан мул уңыш алыу өсөн күп көс һалған. Былтыр 35 гектар ерҙә картуф ултыртһалар, быйыл – 25 га майҙанда. Ярты гектарын кишер өсөн бүлгәндәр. Быйыл ҡабаҡ уңмаған – ҡырау һуҡҡан.
– Йәшелсәләрҙе һатыуға бар өмөт – ауыл хужалығы йәрминкәләрендә, – ти фермер. – Тик уларҙы уҙғарыу өсөн быйыл ҡалала бигүк яҡшы урын һайламағандар. Үҙәк баҙар ҡаршыһындағы территория ауыл хужалығы продукцияһы менән һатыу итеү өсөн бәләкәй. Ә селтәр магазиндары, шифаханалар беҙҙең бәрәңгене алмай. Урындағы продукцияны һатыуҙы ауыл хужалығы продукцияһын һатыуға һәм эшкәртеүгә махсуслашҡан кооперативтар төҙөү юлы менән генә хәл итергә мөмкин.
Уҙған йылдан дәүләттең был йәшелсәне үҫтереүгә дотация бүлеүҙән туҡтатыуы ла фермерҙарҙың бәкәленә һуҡҡан. КФХ продукцияһы хаҡының юғары булыуы уңышты ҡалалағы йәшелсә һаҡлағысҡа илтергә тура килеүенә лә бәйле. Уны үҙеңә төҙөү ҙур сығым талап итә. Быйыл “Гримме” картуф йыйыу комбайнына Германиянан запчастар алыуға күп аҡса тотонолған. Өҫтәүенә улар сит илдән оҙаҡ килгән, шуға уңышты йыйыуға сентябрь аҙағында ғына төшкәндәр.
Бөгөн фермерҙар ер эше менән асылда үҙ-ара ярҙам арҡаһында ғына эшләүҙәрен дауам итә. Бер-береһенә орлоҡ, техника, эшсе көс менән ярҙам итәләр. Быйыл, мәҫәлән, райондың КФХ ассоциацияһы етәксеһе Александр Шипицын Павел Салейкинға бушлай мең тонна тиреҫ биргән.
Ерҙә бөгөн ата-бабалар ере, уларҙың мираҫы буш һүҙҙәр генә түгел, ә тормош рәүешенә әүерелгән көслө рухлы кешеләр генә эшләй ала.