Ауыл ерендә шул тиклем кәрәк техниканы алыу өсөн семенкиндарҙың ниндәй оҙон юл үтеүҙәре тураһында инициатива төркөмө рәйесе Татьяна Никитина һөйләй:
– 2017 йылдың декабрендә ауыл биләмәһенең тораҡ пункттарында йыйылыштар һәм алдан һорауҙарға яуаптар алыу уҙғарылды, артабан һәр ауылда көнүҙәк проблемалар асыҡланды.
Төп йыйылышта ауыл биләмәһе халҡы трактор һатып алыу өсөн тауыш бирҙе, проектты өҫтәмә финанслауҙа ҡатнашыу мәсьәләһе ҡаралды, крәҫтиән-фермер хужалыҡтары башлыҡтары Б.В. Саврин менән О.П. Яковлевтың, БР Бәләбәй районы муниципаль районы Советы депутаты, “Сулпан” йәмғиәте директоры Урал Нәбиуллиндың сығыштарын кешеләр иғтибар менән тыңланы, инициатива төркөмөн һайланы.
Инициатива төркөмө һәм ауыл биләмәһе хакимиәте белгестәре тейешле документтарҙы эшләп, уларҙы Урындағы башланғыстарға ярҙам программаһы сайтына ҡуйҙы.
2018 йылдың майында йәмәғәт инфраструктураһын үҫтереү проекттарын конкурс һайлауы уҙғарыу комиссияһы (Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы ҡарамағында) йомғаҡ яһаны. Һөҙөмтәлә беҙҙең ауыл биләмәһе “алтын урталыҡ”та булып сыҡты, һәм төп этаптарҙың береһе – проектты өҫтәмә финанслауға аҡса йыйыу башланды.
Тиҙ арала У.Р. Нәбиуллин, Б.В. Саврин менән О.П. Яковлев, ИП Яковлев А.В., “Белмонтажэнерго” йәмғиәте (директоры – И.Ф. Ғәзизуллин) 144 мең һум күләмендә бағыусылыҡ ярҙамы күрһәтте. Шулай уҡ муниципаль район хакимиәте белгестәре бағыусылыҡ ярҙамы күрһәтте.
Ауыл биләмәһендә йәшәүселәрҙең күпселеге шулай уҡ проектты өҫтәмә финанслауға үҙ өлөшөн индерҙе. Элекке ауыл кешеләре, тыуған яҡтарына йәйен генә ҡайтып йөрөгәндәр ҙә ситтә ҡалманы. Йәмғеһе 178 мең һум аҡса тупланды.
Бәләбәй муниципаль район хакимиәте 178 мең һум бүлде һәм аҡсаларҙы махсус иҫәпкә күсерҙе.
Электрон аукцион барышында иң арзан хаҡты “АгроАйчына” йәмғиәте (Төмән ҡалаһы) тәҡдим итте – 1355 мең һум. Оҙаҡҡа һуҙмай, предприятие етәкселеге тракторҙы ҡайтартыуҙы ойошторҙо, һәм бына оҙаҡ көтөлгән техниканы ауыл биләмәһе вәкилдәре, башлап йөрөү төркөмө ағзалары, Иҫке Семенкин ауылы халҡы ҡабул итте.
Ауыл биләмәһе хакимиәте тракторсыһы Е. Михайлов тракторҙың техник торошон тикшерҙе һәм кабинаның уңайлы булыуын баһаланы. Ауыл биләмәһе хакимиәте, инициатива төркөмө барлыҡ спонсорҙарға, техниканы һатып алыуға үҙ өлөшөн ндергән ауыл кешеләренә ихлас рәхмәт белдерә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ауыл биләмәһендә проектта ҡатнашырға һәм дөйөм шатлыҡ менән уртаҡлашырға теләмәгәндәр ҙә булды.
Марина Прохорова әҙерләне