Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Туризм
9 Октябрь 2018, 12:07

Пенсияға йәштән әҙерлән...

Уҡыусы йәштәр араһында пенсия һәм социаль грамоталылыҡты күтәреү йәһәтенән белем биреү кампанияһы башланды.

– Кампанияның төп ваҡиғалары “Мәктәп уҡыусыларына пенсия тураһында” интернет-ресурстан, шулай уҡ “Уҡыу һәм йәшәү өсөн буласаҡ пенсия тураһында барыһы” уҡыу ҡулланмаһынан файҙаланып, мәктәп уҡыусылары һәм студенттар өсөн тематик дәрестәр һәм занятиелар булып тора, – тип билдәләнеләр РФ Пенсия фондының Бәләбәй районында һәм ҡалаһында идаралығы вәкилдәре. – Сараларҙы Пенсия фонды белгестәре уҙғара. Осрашыуҙар йәштәрҙе хеҙмәт эшмәкәрлеге тамамланғас үҙҙәрен финанс тәьмин итеү мәсьәләләренә, беренсе сиратта, пенсия менән тәьмин итеүгә иғтибар иттереү өсөн ойошторола, ә уға нигеҙ эшләй башлағандан алып, бөтөн ваҡытта һалына.
1-се гимназияла 10 Б класы уҡыусылары өсөн асыҡ лекция уҙҙы. Ҡунаҡтар пенсия хоҡуҡтары тураһында, уларҙың нисек барлыҡҡа килеүе, нимәгә бәйле булыуы, СНИЛС карточкаһының ниңә кәрәклеге, буласаҡ пенсия хаҡында ниңә йәштән үк хәстәрлек күреү кәрәклеге һәм “аҡ” хеҙмәт хаҡы алыуҙың мөһимлеге тураһында һөйләнеләр.
Мәктәп уҡыусылары шулай уҡ РФ Пенсия фондының Бәләбәй районында һәм Бәләбәй ҡалаһында идаралығының клиент хеҙмәте эшен ойоштороу менән танышты. Тыңлаусыларға “Уҡыу һәм йәшәү өсөн буласаҡ пенсия тураһында барыһы” китабы, тематик буклеттар, брошюралар тәҡдим ителде.
Әйткәндәй, Пенсия фонды дәреслеге йыл һайын яңыртыла, һәм яңы уҡыу йылына уҡыусыларҙың ҡулдарында һәр саҡ һуңғы үҙгәрештәр индерелгән көнүҙәк баҫма.
Әнисә Ғәҙелшина
Читайте нас