Йыйылғандар алдында Ермолкин ауыл советы ауыл биләмәһенең ветерандар советы рәйесе Михаил Сидоров сығыш яһаны. Ул барыһын да байрам менән ҡотланы һәм юбилярҙарға бүләктәр тапшырҙы. Быйыл Роза Шәмғолова менән Фәүзи Ғимазетдиновҡа 80 йәш тула. Улар ғүмере буйы ауылда йәшәне, колхозда эшләне. Фәүзи ағай – Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре.
Тәбрикләү һүҙе менән ауылдаштарына урындағы һәүәҫкәр шағир Мансур Ғибаев та мөрәжәғәт итте. Ул ғәҙәттәгесә ҡунаҡтарға шиғырҙарын ихлас уҡыны. Мансур Ғарифулла улы был көндө үҙе лә лайыҡлы ҡотлауҙар ҡабул итте. Ветеранға муниципаль “Беҙҙең төбәк легендаһы” асыҡ интернет-конкурсының “Әҙәбиәт” номинацияһында беренсе урын яулағаны өсөн диплом тапшырылды.
“Ләйсән” һәм “Йәшлек” вокаль төркөмдәре башҡарыуында йырҙар ҡунаҡтарҙың күңеленә хуш килде. Улар татар, мари һәм сыуаш телдәрендә өҫтәл артында ла яңғыраны. Сания апай Миңлебаева менән Мәрйәм апай Ишембаева боронғо йырҙар башҡарып, барыһының да күңелен күрҙе.
Сара йылы халәттә уҙҙы. Өлкән йәштәгеләрҙе онотмау һәм оло быуын вәкилдәре менән даими бәйләнеш тотоу бик мөһим. Улар быға мохтаж.