Туризм
10 Октября 2018, 10:11

Балаларға бүләк

Бәләбәй ҡалаһының Интернациональ урамындағы 75-се йорт ихатаһында ла быйыл заманса балалар уйын майҙансығы барлыҡҡа килде.

Бәләбәй ҡалаһының Интернациональ урамындағы 75-се йорт ихатаһында ла быйыл заманса балалар уйын майҙансығы барлыҡҡа килде.
Объекттың хаҡы – 1 миллион 508 мең 890 һум 65 тин, ул Урындағы башланғыстарға ярҙам программаһына ярашлы өҫтәмә финанслау шарттарында төҙөлгән, шуның миллион һумы –– республика субсидияһы, был сумманан 15-әр процент – ҡала бюджетынан һәм күп фатирлы йортта йәшәүселәрҙең аҡсалата иғәнәһе, ҡала эшҡыуарҙарының ярҙамы – 208 мең 890 һум 65 тин.
Урындағы башланғыстарға ярҙам программаһында ҡатнашып, йортта йәшәүселәр һәм ҡала эшҡыуарҙары аҡсанан тыш, башҡа ярҙам да күрһәтә. Интернациональ урамындағы 75-се йортта йәшәүселәр эскәмйәләр һәм сүп һауыттары урынлаштыра, шулай уҡ балалар майҙансығы ҡоймаһын ҡуя. “Дорцентр”, “Дорремстрой” йәмғиәттәре, “Арлан промысла юлдарын тотоу идаралығы” йәмғиәтенең Бәләбәй цехы, “Башкиравтодор” йәмғиәтенең Бәләбәй филиалы һәм “Техстрой” йәмғиәте хәүефһеҙ махсус япма өсөн нигеҙ әҙерләгән.
Римма Солтанова
Читайте нас