Бәләбәйҙәрҙең шылтыратыуҙарына МР хакимиәтенең архитектура бүлеге начальнигы Айгөл Иванова яуап бирҙе.
“Тура бәйләнеш”кә килгән мөрәжәғәттәр, 2018 йылдың 4 авгусында “РФ ҡала төҙөлөшө кодексына үҙгәрештәр индереү һәм Рәсәй Федерацияһының айырым ҡануниәт акттары тураһында” 340-сы федераль закон көсөнә инеү сәбәпле, торлаҡ йорттар һалыуҙың яңы тәртибенә ҡағылды.
– Торлаҡ йорттар төҙөү тәртибе ябайлаштырылды һәм ул белдереү хаты еткереү рәүешендә. Торлаҡ йорт һалырға рөхсәт һорау урынына граждан муниципаль район хакимиәтенә шәхси торлаҡ төҙөү участкаларында, тораҡ пункттар сигендә шәхси хужалыҡ участкаларында, баҡса-дача участкаларында йорт һалырға ниәте тураһында хәбәр генә итергә хоҡуҡлы, – тип аңлатты Айгөл Мәғсүм ҡыҙы.
Бындай белдереү хаты алғандан һуң муниципаль райондың архитектура бүлеге буласаҡ төҙөлөш параметрҙарының урындағы хоҡуҡи документтар буйынса файҙаланырға рөхсәт ителгән ер участкаһы күренешенә һәм шул территорияға ҡарауына тура килеүен тикшерә. Әгәр шулай икән, төҙөлөштөң тейешле параметрҙарға тура килеүе һәм уны ер участкаһына урынлаштырыу мөмкин булыуы тураһында хәбәр итеүсегә МР хакимиәтенең белдереүе ебәрелә. Артабан граждан үҙ ер участкаһында тыныс күңел менән торлаҡ төҙөй башлай ала.