«Мин Рәсәй Федерацияһы Президентына мине оставкаға сығарыу үтенесе менән мөрәжәғәт иттем, — тиелә белдереүҙә. — Был минең шәхси ҡарар. Ул бар яҡтан да уйлап ҡабул ителгән. Сәбәбе шунда: ҡануниәткә ярашлы, мөмкинлегем булһа ла, мин 2019 йылда республика Башлығын һайлауҙа ҡатнашырға ниәтләмәйем. Минең ҡарашҡа, оло йәштәге төбәк етәкселәре эшмәкәрлеген тамамлау тураһында ҡарарҙы ваҡытында ҡабул итергә һәм, өҫтән йәки аҫтан бер ниндәй баҫымһыҙ йәки ғәҙәттән тыш хәлгә бәйле түгел, ә уйлап һәм бәхәс-низағһыҙ, лайыҡлы китергә тейеш.
Башҡортостан кеүек, Федерация субъекты башлығы эше ҙур тырышлыҡ, көс, яңы идеялар талап итә. Бындай эшкә тәү сиратта яңы, йәш быуындың көсө етә. Хәҙерге донъяла үҙгәрештәр тиҙ бара, уларға, шул иҫәптән кадрҙар сәйәсәтенә ярашлы булырға кәрәк.
Ни өсөн мин яҙын түгел, ә хәҙер отставкаға сығырға булдым? Яңы командаға эш менән танышыу, республика халҡы алдында авторитет яулау, 2019 йылдың сентябрендә уҙасаҡ һайлауҙарға әҙерләнеү өсөн ваҡыт кәрәк. Әле уҡ киләһе алты йылға ил Президенты ҡуйған бурыстарҙы үтәү буйынса эште төҙөү мотлаҡ. Республикала күсәгилешлекте һәм тыныслыҡты һаҡларға кәрәк».