Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Туризм
12 Октябрь 2018, 17:01

Башҡортса йырлайһыңмы — көсөңдө һынап ҡара!

Башҡортостанда йәш һәм талантлы башҡарыусылар өсөн «Алтын йырҙар» проекты старт ала.

Башҡортостанда йәш һәм талантлы башҡарыусылар өсөн «Алтын йырҙар» проекты старт ала.Проект Йәштәр эштәре буйынса федераль агентлыҡ һәм республиканың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы булышлығында уҙғарыла.
Конкурстың бүләк фонды 1 миллион һумдан ашыу тәшкил итә. Шоуҙың бөтә этаптарын Башҡортостан юлдаш телевидениеһында ҡарарға мөмкин. Кастингтар 22-30 октябрҙә республиканың дүрт ҡалаһында — Өфөлә, Стәрлетамаҡта, Туймазыла һәм Сибайҙа ойошторола.
«Әгәр һиңә 16-30 йәш, башҡорт телендә йырлайһың икән — көсөңдө һынап ҡарарға кил! Төрлө форматтағы һәләтле йырсыларҙы — яңғыҙ башҡарыусыларҙы, дуэттарҙы, төркөмдәрҙе көтәбеҙ», — тип саҡыра ойоштороусылар.
Ҡатнашыу өсөн анкета тултырырға һәм башҡорт телендә музыкаль сығыш әҙерләргә кәрәк. Проектта ҡатнашыу бушлай.
Читайте нас