– Баймырҙанан Роза Шәмғолова – иң бәхетле кеше. Уға 80 йәш тулды! – тип ғорурланып яҙа ауылдашы тураһында клуб мөдире Фәриҙә Нәбиева.
Был шатлыҡлы ваҡиға тураһында бөтә республика белә, сөнки юбиляр хөрмәтенә “Юлдаш” радиоһынан йылы ҡотлау һүҙҙәре һәм матур йыр яңғыраны. Тантана сәбәпсеһенең ҡоҙағыйы Роза Ҡаһирова махсус был көндө ҡотлау ебәргән.
Роза апай – һуғыш һәм хеҙмәт ветераны. Ул 38 йыл колхозда һауынсы булып эшләне, биш бала тәрбиәләп үҫтерҙе. Әле балаларының ғына түгел, 13 ейәне һәм 12 бүләһенең хәстәрендә, хөрмәтендә йәшәй.
Юбилейға иң яҡын кешеләре: балалары, туғандары, күршеләре, дуҫтары йыйылды. Ермолкин ауыл советы ауыл биләмәһенең ветерандар советы рәйесе Михаил Сидоров ветеранды юбилейы менән ҡотланы һәм бүләккә йырҙар йырланы. Шулай уҡ юбилярға “Һуғыш балалары” миҙалы тапшырылды. Һуғыш башланғанда, Роза Шәмғоловаға өс кенә йәш тулған була.
– Хоҙай һеҙгә оҙон ғүмер насип итһен, ҡунаҡсыл, киң күңелле булып ҡалығыҙ, – тип ихлас теләктәрен еткерҙе ҡунаҡтар олуғ юбилейын билдәләүсе инәйгә.