Республика көнөндә Бәләбәй ҡалаһында республиканың 100 йыллығына ҡарата яңы аллеяға нигеҙ һалынды.
Үҫентеләр Бәләбәй лесничествоһында әҙерләнгән. Акция йәмәғәтселектең иғтибарын республиканың урман байлыҡтарын арттырыуға йүнәлтелә.
Муниципаль райондың Йәштәр советы ағзалары һәм хакимиәт вәкилдәренең әүҙем ҡатнашлығында 50 ирекмән – ҡаланың уҡыу йорттары уҡыусылары "Имәнкәй" микрорайонында ике йөҙ йүкә һәм миләш ағастары ултыртты.