Ҡала кешеләренә ит, бал, картуф, кишер, кәбеҫтә һәм башҡа йәшелсәләр тәҡдим ителде. Картуфтың бер биҙрәһен – 100 һумға, бер ҡабаҡты – 50 һумға, кишер менән сөгөлдөрҙөң килограмын – 25-әр һумға, сусҡа итен – 220-240, тауыҡ итен – 220, күркә итен – 250, өс литрлы бер банка балды 1800 һумға һатып алырға мөмкин ине.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Бәләбәйҙә һәм Приют ҡасабаһында ауыл хужалығы йәрминкәләре аҙна һайын шәмбе көндәрендә 29 декабргә тиклем ойоштороласаҡ. Улар урындағы тауар етештереүселәрҙе яҡлау, ҡала халҡын сифатлы аҙыҡ-түлек менән тәьмин итеү йәһәтенән мөһим роль уйнай.